Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы һәм яҡташтарҙың кәңәше, ихлас ярҙамы менән ниәтләгән ҡорбаныбыҙҙы бойомға ашырырға Аллаһы тәғәлә насип итте. Сауаптары ҡабул булып, халҡыбыҙ иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы бер аҙ кәметһен, юҡҡа сығарһын,азатлығыбыҙ өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшкән яугир һалдаттарыбыҙ имен-һау, теүәллеккә әйләнеп ҡайтһындар, тигән теләктә башҡарылды был изге эш. Ауылдаштар әүҙем генә йыйған аҡсаға Муллаҡай ауылынан Гөлшат һәм Ғилмитдин Вәлиевтарҙан 5 баш ҡорбанлыҡ һарыҡ һатып алдыҡ. Шуға өҫтәп һарыҡ хужалары МХО-ла ҡатнашҡан улдарына бағышлап тағы ла бер һарыҡты бушлай бирҙеләр. Тағы ла ҡорбан ашы әҙерләнәсәк йорт хужалары Гөлсинә һәм Флюр Әминевтар шулай уҡ МХОла ҡатнашып йөрөгән туғанына бағышлап бер һарыҡ бушлай бирҙеләр.Күрше ауылдың имамдары саҡырылды, мәсетебеҙҙә намаҙ уҡып,аяттар бағышланылар. Ҡорбан итенең бер өлөшөн Гөлсинә һәм Флюр Әминевтарҙың йортонда яраштырып ауылдаштарға ашаттыҡ,бер өлөшөн Түбә ауылындағы ҡарттар йортона тапшырырға ниәтләгәнбеҙ,ҡалған өлөшөнән быҡтырылған ит әҙерләп, яугирҙәребеҙгә ебәрергә һөйләштек.Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, яугирҙәребеҙ иҫән һау тыуған йорттарына, ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Зөлхәбирә Мырҙағәлина
"Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.