Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Февраль 2025, 12:30

Темәстән Йосоповтар - ирекмәнлек өлгөһө

Улар яугирҙәргә даими ярҙам ойоштора

Темәстән Йосоповтар - ирекмәнлек өлгөһөТемәстән Йосоповтар - ирекмәнлек өлгөһө
Темәстән Йосоповтар - ирекмәнлек өлгөһө

Хөрмәтле Тимерғәли Әбделхәй улы Һәм Миләүшә Рәйес ҡыҙы Йосоповтар!

Һеҙгә ысын күңелдән РӘХМӘТ һүҙҙәрен еткерәбеҙ.Һеҙҙең даими, аҙналыҡ гуманитар ярҙамығыҙ халыҡтың яуаплылығы һәм изгелеге өлгөһө булып тора. Ғаиләгеҙ-эшһөйәрлек һәм патриотизм өлгөһө. Һеҙ өс балағыҙҙа Тыуған илгә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләнегеҙ. Рәхмәт һүҙҙәре һеҙҙең улығыҙға, ул хәҙер үҙ бурысын батырҙарса үтәй. 2010 йылдан ғаиләгеҙ тыуған Баймаҡ районында бәләкәй бизнес үҫтерә. . "Миләүшә" кафеһы Баймаҡ районының Темәс ауылында ысын ҡунаҡсыллыҡ үҙәгенә әүерелде: тәмле ризыҡтар-бишбармаҡ, ҡомалаҡ икмәге, тәмлекәстәр уңайлы мөхит һәм һәр ҡунаҡ тураһында хәстәрлек район халҡын һәм ҡунаҡтарын ҡыуандыра.

Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ-ул бизнес ҡына түгел  ауылдаштарығыҙға хеҙмәт итеү, был иһә тәрән ихтирам уята. Афған яуын үткән Тимерғәле Әбделхәй улы Йосоповтың батырлығы алдында бар яҡташтарығыҙ баш эйә. Имен-һау, бәхеттә йәшәгеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас