+21 °С
Болотло
Изге мосолман айы Рамаҙан айының башланыуы хөрмәтенә Темәс ауылының абруйлы 89 йәштәге хеҙмәт ветераны, физика-математика уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Бикбова Асия Сәлимғәй ҡыҙы Һәм уның ҡыҙы Мырҙабулатова Әлфиә Салауат ҡыҙы тәмле ҡаҙ итен яугирҙәребеҙгә ебәрә.Асия Сәлимғәй ҡыҙы бала сағында һуғыштың бөтә ҡот осҡос ауырлыҡтарын татый. .
Беҙ уларға изгелектәре һәм ярҙамдары өсөн рәхмәтлебеҙ. Был өй ризығы геройҙарыбыҙҙы һалҡын блиндаждарҙа һәм окоптарҙа һаҡлаһын, балаларға өйҙәге йылылыҡты еткерһен . Беҙ яугирҙәребеҙҙең иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ, уларҙы көтәбеҙ.