Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Февраль 2025, 04:50

Көслө томан сәбәпле юл ябылған

Әлегә юл иртәнге ун бергә тиклем ябыҡ. Сикләү ваҡыты үҙгәреүе ихтимал...

Бөгөн иртән Р-240 Өфө — Ырымбур автомобиль юлы участкаһында, һауа шарттары насар булыу сәбәпле, 146 саҡрымдан (Стәрлетамаҡ районының Яңы Васильевка) 170 саҡрымға тиклем (Салауат) бөтә транспорт саралары өсөн хәрәкәт өҙөлдө. Трассала көслө томан, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында. Хәрәкәттең яҡынса тәнәфес ваҡыты 11 сәғәткә тиклем.

"Юл хәрәкәте туҡталышының тамамланыу ваҡыты үҙгәрергә мөмкин. Был участканы урап үтеү Салауат аша башҡарыла", - тип билдәләнә БР ҒӘҘӘТТӘН тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белдереүендә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас