Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
28 Февраля 2025, 11:55

Ир-егеттәр күтәрә ил данын

Ҡала һәм райондың күп сараларының тантанаһын Рим Искужин етәкләгән 5-се мәктәптең кадет кластары аса, ошо уҡыусылар Еңеү парадында ҡатнаша. Әлеге көндә мәктәптә ике класс кадеттары уҡыу менән бер рәттән хәрби күнекмәләргә өйрәнә.

Ир-егеттәр күтәрә ил данын

Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһы 5-се мәктәбенең уҡытыусыһы Рим Ғәтиәт улы Искужин 70 йәшлек данлы юбилейын билдәләй. Ғүмерҙең ошо һиммәтле мәленә етер өсөн, кеше булмышы ете түгел, етмеш тапҡыр ут-һыу кисәлер. Тормош күперҙәрен үткәндә лә, яҙмыштың үтә лә әсе һурпаһын һемергәндә лә сабырлыҡ ҡанаттары һынмаған, саҡматаштай сымыры түҙемлек һәм бар булмышын халыҡ мәнфәғәтенә бәйләү әле лә олпат ир-уҙаманды оҫта ойоштороусы итеп таныта.

Талантлы педагог, тәжрибәле хәрби остаз, ҡайҙа ғына эшләһә лә – хөрмәтле коллега, уҡыусыларҙың яратҡан уҡытыусыһы һәм башҡа бик күп яҡшы һыҙаттары менән кеше күңелен яулай алған Рим Ғәтиәт улы Икенсе Этҡол биләмәһенә ҡараған Сәйетбаттал ауылында 1955 йылдың 1 мартында донъяға килә. Байым ауылында 8 йыллыҡ белем биреү мәктәбен тамамлап, 1970 йылда Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Дүрт йыл уҡытыусы һөнәрен үҙләштергәс, йүнәлтмә буйынса Бөрө ҡалаһына эшкә ебәрелә. Йәш белгес ике ай ғына эшләп өлгөрә – 1974 йылдың ноябрендә үк хәрби хеҙмәткә алына. Дәртле, сос егетте армия тағы ла сыныҡтыра, төплө тәжрибә бирә, тыуған илдең намыҫлы кешеһе итеп тәрбиәләй.

Офицерҙарҙың ышанысын яулаған өмөтлө һалдатты хәрби эшкә ҡалдырырға өгөтләйҙәр, ләкин тыуған яҡҡа, атай-әсәйгә, туғандарға булған мөхәббәт һәм һағыш Рим Ғәтиәт улын, хәрби бурысын үтәгәс тә ҡайтырға мәжбүр итә. Шулай итеп, 1976 йылда II Этҡол мәктәбендә ең һыҙғанып, физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай. Уҡыусылар менән район кимәлендәге төрлө хәрби конкурстарҙа алдынғылыҡты бирмәгән йәш белгесте 1983 йылда Баймаҡ ҡалаһының интернат-мәктәбенә хәрби етәксе итеп эшкә алалар, киләһе йылға хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса Ҡазан ҡалаһына офицер кадрҙарын ҡайтанан әҙерләү курсынан кесе лейтенант званиеһына эйә булып ҡайта. Артабан Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында тағы ла белемен камиллаштыра, өлкән лейтенант званиеһын ала..

Баймаҡ интернат-мәктәбендә 7 йыл эшләй ул, өйләнә, өс балаға атай була. Тағы ла хәрби етәксе вазифаһын намыҫлы башҡарып, ҡаланың 1-се һәм 2-се мәктәбендә 11 йыл буйы йәш быуынға хәрби күнекмәләргә өйрәтеүҙән тыш, остаз булараҡ хәрби кадрҙар әҙерләүгә лә булышлыҡ итә. 2001 йылда Баймаҡ ҡалаһының хәрби комиссариатына эшкә алалар. Тиҫтә йылдар балалар менән эшләгән уҡытыусыға буласаҡ һалдаттарҙың хәрби хеҙмәткә әҙерлекһеҙ булыуы эсен бошора һәм Рим Ғәтиәт улы 2003 йылда 105-се һөнәрселек училищеһына эшкә бара. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда 9-сы класты бөтөп, әрме сафына тиклем һөнәр алған егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләй. Ауыл хужалығы училищеһында кадет төркөмдәре булдырырға ла ирешә ул. Әллә күпме йылдар хәрби йыйындың етәксеһе була. Шулай итеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы ғүмерен йәш быуында хәрби әҙерлек буйынса белем биреү менән бер рәттән илһөйәр, ҡаһарман рухлы итеп тәрбиәләүҙә ҙур көс һала.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та, тынғыһыҙ, дәртле кеше тик ултырыуҙы өнәп етмәй, Баймаҡтың көнъяҡ биҫтәһенә яңы һалынған 5-се һанлы мәктәпкә эшкә килә һәмяңы идеялар менән яратҡан эшен дауам итә. Мәктәптә йәш армиясылар хәрәкәте булдырыла, 2021 йылда 5-се класс уҡыусыларын кадет класы итеп асып эш башлай. Белем усағы етәксеһе әйтеүенсә, Рим Ғәтиәт улы үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, ә киң массаны мәктәп мәнфәғәтенә йәлеп итеүсе оҫта ойоштороусы, үҙ эшен урын еренә еткереп башҡарыусы, тыңғыһыҙ һәм яуаплы белемгә әйҙәүсе ул. 2023 йылда Рим Ғәтиәт улының тырышлығы менән Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбе биләмәһендә Азат итеүсе һалдат һәйкәле асылды. Тыуған иленең ысын патриоты булып танылған остаз күп көсөн һала – бағыусылар табыу, һәйкәл ҡуйыласаҡ урынды әҙерләү һәм башҡа машәҡәттәр тап уның иңенә төшә. Әлеге көндә мәктәптең бар саралары ла ошо һәйкәл янында үтә. “Бронза һалдат” исемен алған һәйкәл йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләүҙә, яуҙа һәләк булған яугирҙәрҙең күрһәткән батырлыҡтары менән ғорурлыҡ тойғолары уятыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә булып тора. Шуны ла билдәләү мөһим – Рим Ғәтиәт улы эшләгән һәр мәктәптә лә яугирҙәргә арналған “Тыуған илде һаҡлау тигән һөнәр бар” тип аталған стенд булдыра. Йәйге лагерь мәлендә балалар өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсаты менән Рим Ғәтиәт улы мәктәп урамына уҡыусыларҙың аталарын йәлеп итеп, бағыусылар табып, ял итеү урынын эшләп ултырта. Уҡытыусылар өсөн кейенеп-сисенеү бүлмәһен булдыра.

Ҡала һәм райондың күп сараларының тантанаһын Рим Искужин етәкләгән 5-се мәктәптең кадет кластары аса, ошо уҡыусылар Еңеү парадында ҡатнаша. Әлеге көндә мәктәптә ике класс кадеттары уҡыу менән бер рәттән хәрби күнекмәләргә өйрәнә. Улар үҙҙәренең төҙөлөш әҙерлегенән тыш, тәртибе менән дә айырыла, уҡыу алдынғыларының күкрәктәрен ”Кадет белем биреүендә айырым уңыштары өсөн” миҙалдары биҙәй. Һәр кеше үҙ Ватанын яратып, ысын патриот булып йәшәргә тейеш. Мәғариф системаһы әүҙем һәм инициативалы, йүнсел һәм эшлекле, сәләмәт рухлы, йәмғиәткә файҙа килтерә алырҙай яңы быуын гражданын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Кешелә тыуған илгә ҡарата тоғролоҡто бала саҡтан үк тәрбиәләргә кәрәк”, - ти тәжрибәле уҡытыусы.

Рим Ғәтиәт улының ҡаҙаныштары ла бик күп: Хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаты; Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙәге һәм ветерандар хәрәкәтенә ярҙам һәм булышлыҡ иткән өсөн миҙалдар менән бүләкләнгән. Шулай уҡ, әлеге көндә майор дәрәжәһен йөрөткән хәрби уҡытыусының Рәхмәт хаттары һәм грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Улар барыһы ла яуаплы һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн. Бихисап уҡыусылары хәрби училищеларҙа уҡып, хәрби дәрәжәле ил һаҡсылары булып, хатта ҡыҙыу нөктәләрҙә етәкселек итеүе – үҙе бер ҙур ҡаҙаныш.

Баймаҡ ҡалаһының ғына түгел, райондың, хатта республиканың үҫешенә тос өлөш индергән остазыбыҙ нәк беҙҙең 5-се мәктәптә эшләүе менән коллегаларыбыҙ ҙа, ата-әсәләр ҙә ғорурлана, ә инде бронза һәйкәлдең көнъяҡ микрорайонында урынлашыуы – оло мәртәбә өҫтәй был яҡта йәшәүсе халыҡҡа.

Ысынлап та, мәктәптәрҙә белем һәм тәрбиә биреү менән бер рәттән, уҡытыуҙың көнкүреш менән бәйләнешен нығытыу, балаларҙы тормошҡа өйрәтеү - төп маҡсат булып һанала. Илһөйәр уҙамандың ҡуйылған пландары тормошҡа ашып тора, сөнки бөгөнгө ысынбарлыҡта тик әүҙем, һәләтле һәм үҙенә талапсан кешеләр генә уңышҡа өлгәшә.

Оло йөрәкле, халҡына тоғро хеҙмәт итеүсе Рим Ғәтиәт улы Искужинды данлы 70 йәшлек юбилейы менән бөтә мәктәп һәм ҡаланың “Көньяҡ” биҫтәһе халҡының ихлас ҡотлау сәләмдәрен ҡабул итеп алыуын, алдағы тормошонда бәрәкәтле оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, һаулыҡ, эшендә уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ, үҙ төйәгенә ҡарата хәстәрлеген артабан да күрербеҙ, тип ышанабыҙ.

Венера Ҡасҡынова

5-се мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директорр урынбаҫары.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас