Быйыл "Китап-байрам" 30 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөнөң Совет майҙанында үтәсәк. Китап йәрминкәһендә Рәсәй һәм сит ил нәшриәттәре, китап сауҙа фирмалары һәм ойошмалары, китапханалар, китап магазиндары һәм полиграфия предприятиелары ҡатнаша ала. Бының өсөн рәсми сайтта форма тултырырға кәрәк www.kitap-bayram.ru.
«Китап-Байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында 2023 йылдан алып уҙғарыла. Был ваҡыт эсендә ул әҙәбиәт һөйөүселәр, яҙыусылар, нәшриәтселәр өсөн йәлеп итеү үҙәгенә генә түгел, ә республиканың төп мәҙәни ваҡиғаларының береһенә әүерелде. Мәҫәлән, былтыр II «Китап-Байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә 233 нәшриәт үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Ҡатнашыусылар Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм 7 илдән (Беларусь, Әзербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Сәғүд Ғәрәбстаны) килде. Йәрминкәгә 170 меңдән ашыу кеше килде, бөтәһе рекордлы һанда китаптар, 73 мең дананан ашыу китап һатылды. «Китап-байрам» йәрминкәһен ойошторған һәм үткәргән өсөн Башҡортостан 2024 йыл йомғаҡтары буйынса «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» статусына лайыҡ булды.