Новости
26 Февраль 2025, 08:10

Ысын ир-егеттәр байрамы

Халыҡ ижады үҙәгендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. сарала хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, урындағы үҙидара органдары, хеҙмәт коллективтары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.  

Үҙенең тәбрикләү сығышында район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов Ватанды һаҡлаусылар көнөнөң илебеҙҙең күп быуатлы тарихын һәм ил һаҡсыларының ҡаһарманлыҡтарын берләштергән бөтөн халыҡ байрамы икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул ҡулдарына ҡорал алып Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусыларға рәхмәт белдерҙе. Хәрби антына ғүмеренең аҙағынаса тоғро ҡалған, яуҙа батырҙарса һәләк булған ҡаһармандар хөрмәтенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Тантанала шулай уҡ Баймаҡ ҡа- лаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары, полиция капитаны Рифат Вәлиев, “Хәрби туғанлыҡ” бүлексәһе етәксеһе, хәрби хәрәкәттәр ветераны Рәмис Әмиров сығыш яһаны. Яугирҙәргә, уларҙың яҡындарына, хәрби хеҙмәттә, тәртип һаҡлау органдарында өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн бер төркөм ир-егеттәргә төрлө кимәлдәге наградалар тапшырылды.

Сара халыҡ ижады үҙәге һәм район артистары тарафынан әҙерләнгән ҙур концерт менән тамамланды.

Азамат МӨХӘМӘТШИН

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас