Новости
26 Февраль 2025, 05:15

Күҙенән ҡорт сығарғандар

Барыһы ла аяғында ниҙер йөрөгән кеүектән башлана. Унан тәне, күҙе буйлап. Эш психиатрға барып етә...

Офтальмолог 40 йәшлек ҡатындың күҙ ҡабағынан оҙон ҡортто сығарған. Ҡатын күҙенең ауыртыуына, эсендә ниҙер йөрөгән һымаҡ булыуына зарланып килә. Һәм бына шундай һөҙөмтә.

БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан баш офтальмологы Светлана Зайнуллина әйтеүенсә, бындай осраҡтар йыш булмаһа ла, була. 

- Беҙгә бер ҡыҙ мөрәжәғәт иткәйне. Барыһы ла аяғында ниҙер йөрөгән кеүектән башлана. Унан тәне, күҙе буйлап. Эш психиатрға барып етә. Һөҙөмтәлә офтальмолог күҙ эсеендәге паразитты ҡырҡып сығара. Ваҡытында мөрәжәғәт итһәң, эҙемтәләре ҡурҡыныс булмай. Был паразиттар серәкәй тешләүенән кеше организмына үтеп инә. Серәкәйҙәр паразитты берәҙәк эттәр, һирәгерәк осраҡта бесәйҙәрҙән йоҡтора. Бындай гельминттарҙың уртаса оҙонлого 145 мм.

Зарарланмау өсөн өйҙәге йорт хайуандарына ваҡытында прививка эшләтергә кәрәк. Һәм йортто серәкәйҙәрҙән һаҡларға, уларҙы булдырмаҫҡа кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас