Новости
25 Февраль 2025, 11:05

Сәләм! Был фотола һин түгелме?

Ошо смс хәбәрҙе асҡан ҡатындың кредит картаһынан шунда уҡ  78 мең һум аҡсаһын урлайҙар

Стәрлетамаҡта йәшәүсе ҡатын фотоларҙы ҡарағандан һуң аҡсаһын юғалтҡан.

- Сәләм, был һин фотола түгелме? -  ошондай хәбәрҙе мессенджерҙа танышынан ала ул. Шунда уҡ apk форматында фото тип аталған 4 файл беркетелгән була. Ҡатын документты аса, шунан һуң уның кредит картаһынан 78 мең һум аҡса алына. Ул полицияға мөрәжәғәт итә. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Әгәр беркетелгән файлды асһаң, смартфонға автомат рәүештә ҡушымта ҡуйыла, уның ярҙамында мутлашыусылар телефонығыҙға алыҫтан инеү мөмкинлеген ала. Артабан улар банк ҡушымталарына инеп, аҡсаларын иҫәптән сығара йәки кредиттар ала. Шуны иҫтә тотоу мөһим: фотолар бер ҡасан да apk форматында булмай. Аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн таныш булмаған файлдарҙы асырға һәм билдәһеҙ һылтанмалар аша үтергә ярамай. Әгәр ошондай хәбәр алынһа, ебәреүсенең бәйләнешен шунда уҡ ҡара исемлеккә ебәрергә кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас