Новости
25 Февраль 2025, 06:15

Мутлашыуҙар арта

2024 йылда 14 меңдән ашыу кибер енәйәт ҡылынған, килтерелгән зыян 4,3 миллиард һум тәшкил иткән (был 2023 йылға ҡарағанда 1,5 миллиардҡа күберәк)

Кибер мутлашыуға ҡаршы көрәште көсәйтеү кәрәклеге Өфөлә БР буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов үткәргән ултырыштың темаһына әүерелде. Проблеманы федераль, төбәк власть структуралары етәкселәре, күҙәтеү, көс органдары вәкилдәре тикшерҙе. Кәңәшмәлә күренештең масштабын сағылдырған статистика килтерелде.

Мәҫәлән, Башҡортостанда 2024 йылда 14 меңдән ашыу кибер енәйәт ҡылынған, килтерелгән зыян 4,3 миллиард һум тәшкил иткән (был 2023 йылға ҡарағанда 1,5 миллиардҡа күберәк). Алдауҙың иң киң таралған схемалары инвестициялар тураһында тәҡдимдәр, власть органдары исеменән шылтыратыуҙар, интернетта өҫтәмә эш тәҡдим итеүҙәр. Ил Президенты енәйәтсел шылтыратыуҙарға, шул иҫәптән дуҫ булмаған илдәрҙән шылтыратыуҙарға ҡаршы көрәш өсөн өҫтәмә саралар күреү бурысын ҡуйҙы. Техник ҡаршылыҡ сараларынан тыш, халыҡ араһында аңлатыу эшен көсәйтергә кәрәк, тине ул.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас