Новости
25 Февраль 2025, 12:25

Бер ҡатын һәләк булған

Бер нисә машина ҡатнашлығындағы авария булған...

Бер ҡатын һәләк булғанБер ҡатын һәләк булған
Бер ҡатын һәләк булған

Бер нисә машина ҡатнашлығындағы аварияла рулдәге ҡатын-ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн иртән Баҡалы – Үрге Йәркәй автомобиль юлының 49-сы саҡрымында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Toyota Land Cruiser водителе алдағы машинаны уҙып китеү өсөн ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм Daewoo Matiz менән бәрелешкән. Шунан һуң внедорожник юл ыңғай барған Chevrolet Lacetti менән төкөшкән.

Daewoo Matiz водителе урында йән биргән, башҡалар зыян күрмәгән. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас