Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Февраль 2025, 09:30

Баймаҡ табиптары һорауҙарығыҙға яуап бирер

25 - 28 февралдә  15:00  - 17:00 сәғәттә борсоған һорауҙарығыҙға яуаптар алырһығыҙ 📌25 февраль – Илшат Рыҫҡужин, баш табип 📌26 феврал – Айрат Ишбирҙин, медицина өлкәһе буйынса баш табип урынбаҫары.– Эльвира Гатина, акушер-гинекология һәм педиатрия ярҙамы буйынса баш табип урынбаҫары 📌27 февраль – Алина Петрова, өлкәндәр поликлиникаһы мөдире– Алһыу Хисмәтуллина, балалар поликлиникаһы мөдире 📌28 февраль – бүлектәр мөдирҙәре Алдан яҙылыу өсөн шылтыратырға: 8 (34751) 3-21-61; 8 (34751) 3-20-21; 8 (34751) 4-38-83; 8 (34751) 3-22-52; 78002228203

Баймаҡ табиптары һорауҙарығыҙға яуап бирерБаймаҡ табиптары һорауҙарығыҙға яуап бирер
Баймаҡ табиптары һорауҙарығыҙға яуап бирер

Башҡортостанда медицина учреждениеларының баш табиптары граждандарҙы ҡабул итә. Асыҡ ишектәр көнө бөгөн, 25 февралдә, үткәрелә. Һәр кемдең һаулыҡҡа һәм медицина тәьминәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бар, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Шаршамбы граждандарҙы медицина бүлеге буйынса урынбаҫарҙар ҡабул итә. Ә кесе йома пациенттарҙың һорауҙарына поликлиника мөдирҙәре яуап бирә. Йома көндө бүлек мөдирҙәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас