+21 °С
Болотло
1-се Төркмән ауылында Ватан һаҡлаусылар көнөнә, МХОла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналған спорт саралары буйынса турнир үткәрелде. Турнирҙа волейбол, шашки, теннис, бильярд уйындары буйынса көс һынаштылар. Сарала Кусей ауыл биләмәһенән ике команда, Моҡас ауыл биләмәһенән 3 команда ҡатнашты. Көсөргәнешле ярышта командалар араһында еңеүсе булып Күсей командаһы танылды һәм уларға Кубок тапшырылды!
Сараның ойоштороусыһы Моҡас ауыл хакимиәте. Бағыусыһы Ишморат Хабиров КФХ-һы.