Рәил Йосопов 1976 йылдың 23 февралендә донъяға килгән. Ватанды һаҡлаусылар байрамында тыуған көнөн дә билдәләп үҫкән егет үҙен һәр ваҡыт буласаҡ һалдат итеп күҙ алдына килтерә. Бәлки, шуғалыр ҙа, унда илһөйәрлек тәрбиәһе көслө була. Теләге тормошҡа аша Рәилдең: ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ике хәрби бәрелештә ҡатнаша.
Рәил Әкрәм улы Буранбайҙа тыуып үҫә. Ләкин ул бәләкәй саҡта ата-әсәһе Сәйғәфәр ауылына күсеп килә. Урындағы мәктәптең 6-сы класын тамамлағас, уҡыуын артабан Баймаҡ лицей-интернатында дауам итә. Яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе менән шунда уҡ уҡытыусыларҙың да, уҡыусыларҙың да абруйын яулай. Бигерәк тә физика һәм математика дәрестәрен яратып уҡый ул. Шул сәбәпле, ошо фәндәрҙән төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа ҡатнаша. Был осорҙа ул донъялағы иң ҡәҙерле кешеһе – әсәһен дә юғалта. 10-сы кластан һуң атаһы, туғандары, уҡытыусылары юғары уҡыу йортона инергә кәңәш итһә лә, Рәил Йосопов Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек училищеһына килә һәм водитель һөнәрен үҙләштерә. Был аҙымын ул Рәсәй Армияһында хеҙмәт итергә теләгенең ҙур булыуы менән аңлата. Һөҙөмтәлә бәләкәстән тыуған көнөн 23 февралдә билдәләп, үҙендә илһөйәрлек рухы тәрбиәләгән егет Чечен Республикаһында барған беренсе хәрби бәрелешкә эләгә. Бында ул мотоуҡсы ғәскәрендә ил сиге һаҡсыһы булып хеҙмәт итә. Өлгөлө хеҙмәте өсөн командованиенан Рәхмәт хаты менән дә бүләкләнә.
Әрменән ҡайтҡас, Рәил Йосопов Аҡморон ауыл биләмәһендә янғын һүндереү машинаһы водителе булып хеҙмәт юлын башлай. Артабан ун биш йыл вахта ысулы менән төҙөлөш компанияһында монтажсы булып эшләй. Был осорҙа ул тормош иптәше Гөлсәсәк Ғәлимйән ҡыҙын осратып, ғаилә ҡоралар. Мөхәббәт емеше булып ҡыҙҙары Рәмзилә донъяға килә. Рәмзилә бер аҙ Баймаҡ район дауаханаһының балалар консультацияһында эшләп ала һәм Өфө медицина колледжына уҡырға инә. Бөгөн ул өсөнсө курс студенты.
Махсус хәрби операция башланғас та, кисәге һалдат үҙ урынын шунда күрә. Ғаиләһенең ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, хәрби комиссариатҡа барып, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Был көн 2024 йылдың 23 феврале була. “Минән йәп-йәш егеттәр дошманға ҡаршы барғанда, Чечен яуын үткән яугир нисек ситтә ҡалырға тейеш? Ни йөрәгең менән түҙеп ятмаҡ кәрәк? Минең хәрби тәжрибәм бар, унда кәрәгерәкмен. Еңеү һалдаты булып ҡайтырмын. Ҡайта алмам икән, даным ҡайтыр. Мин һынатмам”, - тип кәләшен, балаһын йыуата. Шулай итеп, батыр егет үҙенең тыуған көнөндә тағы ла хәрби операцияға юллана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2024 йылда Авдеевка ҡалаһы өсөн барған яуҙа Рәил Әкрәм улының ғүмере батырҙарса өҙөлә. Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ була.
Илебеҙ өсөн шундай батыр ул тәрбиәләгән ата-әсәһенә рәхмәт белдереп, туғандарына, яҡындарына, ҡатынына һәм ҡыҙы Рәмзиләгә сабырлыҡ теләйбеҙ. Ысынлап та, илебеҙгә ҡурҡыныс янағанда дөрөҫ ҡарар ҡабул иткән ҡаһарман егет Рәил Йосоповтың тыуған иленә даны ҡайтты.
Лилиә ТАКАЕВА.