Новости
23 Февраля 2025, 10:00

“Хәрби туғанлыҡ” – мәңгелек туған

- Беҙҙе кешенең матди байлығы берләштермәне, ә хәрби туғанлыҡ закондары тупланы. Кем әрмелә булған уны яҡшы белә: хәрби хеҙмәт ул ир-егеттең изге бурысы һәм тап ул беҙҙе мәңгелеккә туғанлаштырҙы. Ойошманың беренсе бурысы, әлбиттә, хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан ветерандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, – тине Рәмис Рәфис улы. – Хөкүмәт тарафынан уларға социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында күп кенә программалар ҡабул ителгән. Уларҙы файҙаланыу өсөн ветерандарға кәрәкле документтар йыйып, мөрәжәғәттәр яҙып, ярҙам итәбеҙ. Кәрәк булһа, шифаханаларға путевка ла алып бирешәбеҙ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Рәмис Әмиров етәкләгән Баймаҡ районының “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы 2018 йылда барлыҡҡа килгән. Бөгөн унда 120-нән ашыу “кисәге” һалдат берләшкән. Улар бөгөн бер-береһенә терәк булып, ярҙам күрһәтеп йәшәй. Урында алып барылған эштәрҙең һөҙөмтәһе буйынса, Волга буйы федераль округында райондың “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы 2020, 2022 һәм 2021 йылдарҙа – икенсе, ә 2023 йылда өсөнсө урынды яулаған.

- Беҙҙе кешенең матди байлығы берләштермәне, ә хәрби туғанлыҡ закондары тупланы. Кем әрмелә булған уны яҡшы белә: хәрби хеҙмәт ул ир-егеттең изге бурысы һәм тап ул беҙҙе мәңгелеккә туғанлаштырҙы. Ойошманың беренсе бурысы, әлбиттә, хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан ветерандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, – тине Рәмис Рәфис улы. – Хөкүмәт тарафынан уларға социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында күп кенә программалар ҡабул ителгән. Уларҙы файҙаланыу өсөн ветерандарға кәрәкле документтар йыйып, мөрәжәғәттәр яҙып, ярҙам итәбеҙ. Кәрәк булһа, шифаханаларға путевка ла алып бирешәбеҙ.

Ысынлап та, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы егеттәре был тәңгәлдә әүҙем эш алып бара. Һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә, ғаиләһенә лә иғтибар бүлеп, төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәләр. Йорт-ҡаралтыларын ремонтлайҙар, утын алып биреп, ярып, өйөп тә ҡуялар, башҡа хужалыҡ эштәрендә лә булышлыҡ итәләр. Батырҙарса һәләк булған һалдаттарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында таҡтаташ асыу буйынса ла эштәр алып барыла. Уларҙың тырышлығы арҡаһында Күгиҙел ауылынан Чечен яуында ҡатнашҡан Нур Ситдыҡов, Таулыҡайҙан Афған һуғышында булған Дидар Яхин һәм Ҡолсоранан Дамир Самарбаевтың исемдәре халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ.

“Хәрби туғанлыҡ” егеттәре йәштәр һәм уҡыусылар араһында патриотик тәрбиә алып барыу маҡсатында күп саралар ойоштора. Улар менән берлектә төрлө спорт ярыштары, кисәләр уҙғаралар. Әйткәндәй, Урал аръяғы райондарының “Хәрби туғанлыҡ” ойошмалары үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә эшләй. Даими рәүештә слет үткәрәләр. “Түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеүҙәр уҙғарып, һуңынан спорт сараларында көстәрен һынайҙар. Бындай тәңгәлдәге осрашыуҙы баймаҡтар башлап ебәргән. Быйыл улар икенсегә үҙҙәрендә Сибай ҡалаһынан, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил, Ейәнсура райондарынан хәрби туғандарын ҡабул итәсәк.

Рәсәй хәрби көстәре төрлө ғәскәрҙәрҙе берләштерә: сит ил һаҡсылары, диңгеҙ флоты, һауа-десант ғәскәрендә хеҙмәт итеүселәр, танкистар һәм башҡалар. Ҡайҙа һәм кем булып хеҙмәт итеүҙәренә ҡарамаҫтан, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһында берләшкәндәр. Улар араһында юғары дәүләт наградаһына эйә булғандар ҙа бар. Икенсе Этҡолдан Мансур Хәлитов Афғанстанда күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған. Баймаҡтан Айрат Усманов Чечен яуында ҡатнашҡан. Ҡаты алыштарҙың береһендә ул үҙе яраланыуға ҡарамаҫтан, ауыр хәлдә булған командирын ут аҫтынан алып сығыуға өлгәшә. Шундай батырлығы өсөн Баймаҡ батырына IV дәрәжә Георгий тәреһе тапшырыла.    

Махсус хәрби операция башланыу менән “Хәрби туғанлыҡ” егеттәренең күптәре Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, нацистарға ҡаршы көрәшкә күтәрелде. Араларында Чечен, Сүриә, Грузия илдәрендәге хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡандар ҙа бар. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн күптәре дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Шулай уҡ армияла рядовой званиеһында хеҙмәт итеп тә, махсус хәрби операцияла офицер булып, өҫтәренә яуаплылыҡ алғандар ҙа бихисап.

“Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы егеттәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Уларға даими рәүештә гуманитар ярҙам туплайҙар, үҙҙәре лә оҙатып баралар. Яугирҙәрҙең заявкалары буйынса бер нисә дронды асыҡлаусы детекторҙар, рациялар, генераторҙар, автономлы мейестәр, электр сымдары, дронға ҡаршы юрғандар, техникаға запас частар, бензобысҡы, автомобилдәргә резиналар һәм башҡа әйберҙәр алып тапшырғандар. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән берлектә осрашыу уҙғаралар.

- Быйыл республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы иғлан ителеүе уңайы менән “Геройҙар – Ватан һаҡсылары ваҡыты” тигән акция иғлан иттек, - тине Рәмис Әмиров. – Шуға ярашлы, һәр ауыл биләмәһенә фотоальбомдар тараттыҡ. Уларҙа яугирҙәрҙең фотолары менән бергә биографияһы яҙыласаҡ. Шулай уҡ урында беҙҙең егеттәргә һәр ваҡыт ярҙам күрһәткән ирекмәндәрҙең эшен сағылдырған мәғлүмәттәр тупланасаҡ.

Райондың “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы туғанлыҡтың көсө яуҙа ғына түгел, тыныс тормошта ла баһаланыуын эштәре менән раҫлауы хуплауға лайыҡ.

Лилиә ТАКАЕВА.

“Хәрби туғанлыҡ” – мәңгелек туған
“Хәрби туғанлыҡ” – мәңгелек туған
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас