

Ил һаҡлаусылар көнө менән! Был ысын мәғәнәһендә ир-егеттәр көнө, сөнки һаҡлау һәм яҡлау - көслөләр аманаты. Ошо байрам уңайынан, һҽҙгә тормош ҡуйған ауырлыҡтар алдында көс, ҡеүәт һәм ныҡышмалылыҡ, тик еңеүҙәр, матур һәм изге эштәр ҡылыуығыҙҙы теләйем. Сөнки тап изге эштәр ир-егетте биҙәй. Кайғылар йортоғоҙҙо урап үтһен. Донъяны яулар өсөн, алдығыҙға яңынан-яңы маҡсаттар, аҡыллы фекерҙәр килеп торһон. Яҡындарығыҙҙы, хеҙмәтегҽҙҙе, Тыуған илегҽҙҙе яратығыҙ! Байрам мҽнән!!! Бҽҙҙҽң матур тормош, бәхҽтлҽ баласаҡ, аяҙ күк йөҙө өсөн көрәшкән Бөйөк Ватан һуғышы вҽтҽраны Аблюзин Ғайзулла олатайҙы ла барып ҡотлап киттҽк. Беҙ ҡәҙерле ветераныбыҙ Ғәйзулла Мөхәммәт улы Аблюзин алдында баш эйәбеҙ. Улар-үҙҙәренең хеҙмәте, һуңынан ҡаны менән илдең именлеген һаҡлап ҡалған еңеүселәр быуыны вәкилдәре. Еңеүҙе яҡынайтҡан ветерандарҙың тырышлығы, ҡыйыулығы һәм фиҙакәрлеге барыбыҙ өсөн дә мөһим әхлаҡи ориентир булып ҡала. Беҙҙең һалдаттар һәм офицерҙар был ҡиммәттәргә тоғро ҡала. Бөгөн беҙҙең яугирҙар был йолаларҙан илһам ала, Һәм беҙ уларҙың тиҙҙән бөйөк Ватан һуғышы геройҙары ҡайтҡан кеүек Еңеү менән ҡайтасағына ышанабыҙ!!!!
Айгөл Байрамғолова, Темәс ауыл биләмәһе башлығы.