Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
21 Февраля 2025, 05:20

Темәстәр яугирҙәргә ярҙам итеп, эстафетаға ҡушылды

Темәс ауылы халҡы махсус хәрби операцияһы биләмәһендәге яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтә. Сәғирә Дәүләтшина менән Айгөл Ғәйетбаева-Иштәкбаева тәүге көндәрҙән үк ирекмәндәр сафына баҫа. Бөгөнгә ҡәҙәр улар бик ҙур эштәр атҡарып сыҡты. Яугирҙәргә ярҙам итеүҙәрен бөгөн дә дауам итәләр. Темәс ауылынан МХО биләмәһенә йөрөгән таксист егеттәре аша аҙнаһына даими ярҙам оҙаталар...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Темәс ауылы халҡы махсус хәрби операцияһы биләмәһендәге яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтә. Сәғирә Дәүләтшина менән Айгөл Айытбаева-Иштәкбаева тәүге көндәрҙән үк ирекмәндәр сафына баҫа. Бөгөнгә ҡәҙәр улар бик ҙур эштәр атҡарып сыҡты. Яугирҙәргә ярҙам итеүҙәрен бөгөн дә дауам итәләр. Темәс ауылынан МХО биләмәһенә йөрөгән таксист егеттәре аша аҙнаһына даими ярҙам оҙаталар.

Ошо көндәрҙә Темәс ауылы халҡы Баймаҡ районының “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмө 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата иғлан ителгән эстафетаға ҡушылды. Урындағы “Ғилмияза” ағинәйҙәр төркөмө бергә йыйылып, яугирҙәргә йылы ойоҡбаштар бәйләне. Хажиә Фирҙәүес Ханафина яугирҙәребеҙҙең һаулығына Ҡөръән аяттары бағышлап, доға ҡылдылар.  

Эстафетаға мәктәп уҡыусылары ла ихлас ҡушылды. Рәғиҙә Риф ҡыҙы етәкселегендәге 1-се “в” класс уҡыусылары бейеүҙәре менән сығыш яһаны. Улар “Фронт алды урманында” һәм “Торналар” бейеүен күрһәтте. Афарин, темәстәр, афарин, балалар!  Яугирҙәр мәнфәғәте һағында башҡарған эштәрегеҙҙең сауаптары насип булһын. Темәс ауылы халҡына һәм балаларҙа илһөйәрлек, патриотик рух тәрбиәләгән Рәғиҙә Риф ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас