Сәфинә Фәтхетдинова-Хәкимова
ТАШ Плитә...
Хикәйә
Ришат иртәнсәк уянғас, күргән сәйер төшөн хәтерләргә тырышып, йөҙөн ыуғылап торҙо. Сәйнүккә һыу ҡойҙо, газға ултыртып, ут тоҡандырҙы. Йыуынып, ҡырынып алғас, сәй эсте. Тиҙ генә ҡапҡылап, балаларының бүлмәһенә күҙ йүгертте, ҡатынына ишекте ябырға ҡушып, сығып китте.
Трамвайға ултырғас, бая күргән төшөн юл буйына хәтерләргә тырышты ул, ләкин иҫенә төшөрә алманы.
Иртәнге разнарядкала бишенсе бригаданы эшкә комбинат эсенә ҡуйҙылар. Бишенсе бригада комбинат эсендә эшләйәсәк. Иретеп йәбештереүсе Алексей менән башҡорт егете тәғәйен урында эшкә тотондо. Йәш егет, таш плитаны кран менән элеп алып китер өсөн ырғаҡ иретеп йәбештерҙе лә тәмәке көйрәтергә ултырҙы. Ришат аҫта лом менән эшләгән арала, әҙер бетон япманы кран килеп элеп алырға тейеш ине, ниңәлер һуңланы. Төшөндә таш плитә ауғаны ҡапыл уның иҫенә төштө. Шул мәлдә өҫтөнә плитә ауып килеүен шәйләп ҡалды һәм уны ҡараңғылыҡ йотто...
Ришат иҫенә килгәндә бар тирә-яҡ ап-аҡ ине. Тынлыҡ. Өндәшергә тауышы сыҡмай. “Әһ-һәй, атай, инәй, мине көтөп тороғоҙ! Хәлем бөттө, көтөгеҙ!” Ул атаһы менән инәһенең артынан йүгерә, тик улар йыраҡлашҡандан-йыраҡлаша бара, боролоп та ҡарамайҙар. Үҙенең кәүҙәһе еңел генә осоп йөрөй. Кешеләр күп бында, барыһы ла нимә менәндер шөғәлләнә, улар эргәһенә еттем тигәндә генә, бер сал һаҡаллы ҡарт туҡтатып: “Бар, улым, ҡайт, һинең ерҙә эшең күп әле, балаларың бәләкәй!” – тине яңғырауыҡлы тауыш менән. Шул саҡта Ришат яҡтылыҡҡа сума. Бер ни аңламай: ҡайҙа ул, нимә булды – барыһы ла буталған..Бар көсөнә ҡысҡырған кеүек, тик тауышы сыҡмай. Кәүҙәһе еп-еңел тойола, гүйә мамыҡ кеүек болоттар араһында йөҙә. Көтмәгәндә тирә-яҡ ҡараңғылыҡ эсендә ҡалды һәм ул яҡтылыҡҡа ҡарай оса. Хәле ауырайғандан-ауырая бара, һауа етмәй. Һыуға батып ҡалҡып сыҡҡан кеше шикелле теге яҡтылыҡҡа килеп инә. Бер нәмә лә төшөнә алмай. Үлдеме, әллә тереме?! Аяҡҡа баҫып булмай, тирә-яҡҡа ҡараш ташланы, эргәһендә кешеләр бар шикелле. Ниндәйҙер тауыштар сыға. Тағы ҡараңғылыҡ. Йөҙөп бара кеүек, атаһын, олатаһын, туғандарын таныны. Ҡысҡыра, тик тегеләр уны ишетмәй. Арттары менән боролалар. Ришат үҙенең ҡысҡырыуынан уянып китте. Тынлыҡ. Ҡайҙандыр алыҫтан доңғорлаған тауыш ишетелде:
– Иҫенә килде...
Аҡ халатлы кеше уға ҡарап йылмая.
* * *
Ришат ата-әсәһен ҡыуандырып үҫте. Шулай булмайса, ике ҡыҙҙан һуң оҙаҡ көтөп алынған малай бит ул. Өләсәһе шатлығының нисәнсе ҡатында булғандыр инде! Бик иркәләтте ейәнен, уның исемен ауылда бер кемгә ҡуштырманы, бала-саға дөрөҫ әйтмәһә, дөрөҫ әйтергә өйрәтте. “ Ҡолонсағым”, тип өҙөлөп торҙо. Малай сос, теремек, уйнағанда ла өлкән йәштәге балалар менән йөрөнө. Бергә уйнаған малайҙар мәктәпкә барғас, ул да йыйынды. Тик уҡытыусы: “Икенсе йыл уҡырға кил, йәме?” – тигәс кенә ,күнде.
Уҡыу йылдары, ҡалала һөнәрселек училищеһында белем алыу, тәүге эш көнө – барыһы ла әле генә булған кеүек. Яҡшы ғына эшләй башлағайны, хеҙмәткә алдылар. Әрме хеҙмәте Ришатҡа ир ҡорона баҫыу мәктәбе булды. Кемгә нисектер, әммә башҡорт егеттәренең берҙәмлеге башҡа халыҡтарҙан айырыла. Татыулыҡҡа ни етә инде! Күңелендә дөрөҫлөк, тоғролоҡ орлоғо тамыр ебәрҙе, үҙе лә башҡаларға шул орлоҡтарҙы һалырға тырышты.
Әлбиттә, еңел булмай хеҙмәт юлы, рух ныҡлығы, ышаныслы аҙым менән атларға кәрәк, сослоҡ, физик әҙерлек – ҙур ярҙам. Ауылға осҡан маҡтау хаты Ришаттың ата-әсәһе өсөн ҙур ғорурлыҡ ине.
Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, эшкә инеп, кәләш алды. Шулай һәүетемсә генә алға тәгәрәне тормош арбаһы. Йәш ғаилә егелеп эшләне, бүлмә бирҙеләр, өс йыл үтеүгә өс бүлмәле фатир алды. Барыһы ла яҡшы кеүек ине, 90-сы йылдар шауҡымы йәштәр өсөн ауыр булды. Эш хаҡы ҡағыҙҙа бар, аҡса юҡ, тик аҙыҡ-түлек менән түләнде. Үҙгәртеп ҡороу, ваучер, приватизация... Бар доньяның аҫты-өҫкә әйләнде. Халыҡ, көтөүсеһеҙ ҡалған өйөр шикелле, аптыранды, бер урында тапанды, эскелек хөкөм һөрҙө. Хатта эш урынында араҡы һатыу сәскә атты. Эскән кеше бит бер нәмә уйламай: “иртәгеһен ишәк ҡайғыртһын”. Әхлаҡ түбән тәгәрәй, ғаиләләр тарҡала. Был көрсөк заманы ине. Үҙенә тартҡан упҡынға ҡоламаҫ өсөн Ришат эш еренән китергә мәжбүр булды. Икенсе урынға эшкә инеп ҡараны, шул уҡ хәл. Аҡса түләнмәй. Ғаиләлә ике бала. Ҡатыны, бухгалтерияла эшләгәс, бер аҙ аҡса ала ине. Ауырлыҡтар менән көрәшә-көрәшә донъя көткән саҡта, эш ерендәге ҡаза ныҡ бәкәлгә һуҡты.
* * *
Иҫенә килгән Ришат хәтерен йыя алмай ятты: “Бына ғәжәп, ә минең исемем иҫемә төшмәй? Мин кем? Миңә нимә булған? Ярай, был – дауахана, ә ниңә минең аяҡтарым да, ҡулдарым да ҡыбырламай?..” Мейеһендә йүгергән һорауҙарға яуап таба алмай ғазапланды ир. Тирә-яҡта кемдәрҙеңдер ыңғырашыуы, ғырылдаған тауышы ишетелә. Башын бороп ҡарарға тырышты, кәүҙәһен ҡуҙғата алманы. Бәй, ҡулы бар икән дәһә, башҡа тәне һиҙелмәй, аяҡтары юҡ микән әллә?!
Бер төркөм аҡ халатлы кешеләр килде эргәһенә, береһенең һөйләгәнен башҡалары яҙа барҙы. Улар нисек килеп ингән, шулай уҡ юҡ булдылар.
Ришатҡа аҡ халатлы кешенең һөйләгәне бер аҙ асыҡлыҡ индерҙе: “Эш ерендә тән яралары алған, умыртҡа һөйәге, таз һөйәге һынған. Тимәк, аяғы бар, ҡуҙғалмай ғына. Башына уй килде: “Минең ҡатыным бар микән? Балаларым? Ә ниңә бында килеүсе юҡ? Туҡта, фамилиямды теге аҡ халатлы әйтте түгелме?! Вәт, әй! Иҫ тигәнең?!”
Шундай уйҙар менән берсә ойоп, берсә уянып күпмелер ваҡыт ятҡас, уны икенсе ергә күсерҙеләр. “Тимәк, хәлдәр яҡшыра”, тигән уй башынан үтте. Бер көн ниндәйҙер ҡатын бүлмәгә инеп, иргә ҡарай атланы. “Был таныш кешегә оҡшағандай! Кем икән?”-тип уйланды ир.
Ҡатын Ришаттың янына туҡтаны ла, күҙҙәре йәшкә тулып, йөҙөнә эйелде: “Ии-и, Аллаҡайым! Күрер көнөм бар икән. Һин нисек? Ҡайһы ерең ауырта? Беҙ һине һағындыҡ, – тип һулҡылдап шыбырланы, битенән үбә-үбә, сәстәренән һыйпаны. – “Балалар һағынды, улың көн дә һине һорай. Үҙең нисек?”
Ир ятҡан еренән һүрән генә йылмайырға тырышты. Танымаһа ла, ҡатынылыр был. Ҡатынының, балаларының түгел, үҙ исемен белмәй.
Был хәл ике аҙналап дауам итте. Бер көн өлкән йәштәге ҡатын менән йәш ҡатын килде. Уларҙың һөйләүенән аңланы, өлкәне уның әсәһе, йәш ҡатын тигәне һеңлеһе Рәмилә икән. Ә үҙенең исеме – Ришат. Кеше килеп саҡ ҡына торһа ла ныҡ арый ине ул, хәлһеҙләнеп йоҡоға тала.
Бер саҡ ҡатыны күҙ йәштәренә төйөлөп килеп инде: “Ояттары юҡ һинең түрәләреңдең. Ни йөҙҙәре менән һорайҙар икән? Ике балаға һау атаһын ҡайтарһындар ана! Азат көн дә илай”.
Тимәк, малайы бар, исеме – Азат. Ә был түрәләр нимә һорай икән?
Ришаттың ҡатыны көнөнә өс килә башланы, аҫтын таҙарта, йыуындыра, ашата. Бер көн табиб уға һорау бирҙе:
– Һин кем инең, хәтерләйһеңме? Исемең, фамилияң, ҡайҙа эшләнең?
– Исемем – Ришат, фамилиямды иҫләмәйем, эш ерем...
Әлбиттә, табибтар барыһын да белә, тикшереп ҡарайҙар инде.
Көн артынан көн үтеп, бер аҙ арыулана башланы Ришат, тик ҡуҙғала алмай. Шулай итеп, бер ай үткәс, аяҡҡа баҫмаһа ла, ҡайтарырға булдылар. Ҡатыны, һинең дуҫың, тип аңлатҡан бер ир менән уны машинаға һалып, өйөнә алып ҡайтты. Дуҫының исеме Ринат икән. Ул дүртенсе ҡатҡа күтәреп мендерҙе.
Ришаттың хәтере юғалғанын бер кем белмәй, башҡаларҙың һөйләшеүе аша үткәндәрен иҫенә төшөрөргә тырыша ул. Бүлмә буйлап йөрөй алмай шул, ҡараштырып сыҡһа, бәлки, иҫенә төшөр ине. Бары уның янында тутыйғош ситлектә ултыра, көнө буйы бесәй урала.
Ике-өс ай үткәс таяҡтар менән йөрөргә өйрәнә башланы Ришат, бәҙрәфкә бара, бүлмә буйлап ҡараштырып сыҡты, ләкин хәтерләмәй инде. Табиб үҙе фатирға килә, ирҙең оҙаҡ ятасағын белә ул.
Ҡатыны бер ауылдағы халыҡ имсеһенә алып барырға булды, им-томға бик үк ышанмай, шулай ҙа, халыҡ әйтмешләй, һаламға булһа ла йәбешергә кәрәк. Тик дүртенсе ҡаттан нисек төшөргә? Хоҙай ярҙамынан ташламаны, шөкөр, ипләп кенә ҡултыҡ таяғы менән төштө. Ҡатыны, балалары эргәһендә йүгереп йөрөй, ярҙам итергә генә торалар. Ришат өсөн яңы асыш булды: Йәүҙәт исемле ҡәйнеше бар икән. Шул ҡәйнеше, имсе менән һөйләшкәс, барып ҡайттылар, имсе ҡатын, барып инеүгә,баш сайҡап: “Ҡалай оҙаҡ йөрөйһөң килмәй. Һине көтөп үҙемдең тән һыҙлай башланы, – тип ҡаршы алды”.
Был имсегә Ришатты ҡатыны бер айҙан ашыу йөрөттө, ысынлап та, ярҙамы тейҙе бит! Ир ҡултыҡ таяҡтарын ташлап, бер таяҡҡа ғына тотоноп йөрөй башланы. Үҙенең тағы бер фатиры бар икәнен белде ир. Һәр бер ишеткән яңылыҡ күҙҙәрен аса барҙы. Туғандар килһә, ҡыҙыҡ булып ҡала, үҙе өсөн асыш, яңы танышыуҙар. Ләкин бер кем дә был турала белмәй. Өй хужаһы бар көсөн биреп был ауыр хәлдән сығырға тырыша, ныҡлы итеп аяғында баҫып торорға теләй.
Шулай ауыр хәлдән арынып, бар нәмәне иҫенә төшөрөп, туғыҙ ай тигәндә таяҡ тотоп эшкә сыҡты. Трамвайға ултырып, кәрәкле туҡталышты кешеләрҙән һорап, төшөп ҡалды. Ул эшләгән бригада эшселәре ҡулын ҡыҫып ҡотлай, күбеһен иҫләмәй.
Ә беренсе көндө эшкә сыҡҡанда, ҡыҙыҡ, юҡ ҡыҙғаныс хәлгә тарыны. Трамвай менән туҡталышҡа барып төшкәс, ҡайҙа барырға белмәй торҙо. Артынан килгән эшсе уны танып, бергә атланылар, комбинатҡа килеп еткәс:
– Ярай, цехта осрашырбыҙ, һиңә түрәләргә инергә кәрәктер, урындары үҙгәрмәгән, һиңә, ана, теге яҡҡа, – тип ымлай тегенеһе.
– Ярай, күрешербеҙ.
Контораға инеп ҡағыҙҙарын биргәс, етәксе:
– Нисек һаулығығыҙ? Бер-ике көн цехта йөрөп тораһығыҙ инде, аҙаҡ ҡарарбыҙ, – тине
Ришат башын эйеп цехҡа атланы. Барып, ике сәғәт ултырҙы ла ҡайтырға сыҡты. Ыҙалыҡ менән, хәлдән тайып ҡайтып инде. Икенсе көн тора алмай ятты, табиб саҡыртты. Артабан тағы ла дауаланыу. Ун ай тигәндә комиссия үтергә әҙерләнеләр, кабинеттан-кабинетҡа йөрөтөп, иң аҙаҡ бүлек мөдиренә индереп, ғәриплеккә ҡағыҙҙар тултырҙылар. Комиссия үтеп бөткәс Силәбегә ебәрҙеләр. Барырға машина бар, йөрөтөүсе юҡ, ҡатыны яңы уҡып бөткән. Кеше ялланылар. Оҙон юлда арып-талып Силәбегә барып еттеләр. Эй, халыҡтың күплеге! Ришат ултыра алмай, ятырға урын юҡ. Ҡатыны:
– Урын бирһәгеҙ ине? – тип хәлде аңлатты. Бер диван бушатылып, Ришат шунда ятты. Табибтар янына саҡырҙылар. Ҡатыны бар ҡағыҙҙар менән баш белгес янына ултырҙы:
– Ауырыу, һеҙ ширма артына инеп сисенегеҙ, – тине.
Ҡатыным менән һөйләшәләр, ниңәлер ул бер ағарҙы, бер буҙарҙы, ҡуҙғала алмай ҡатып ҡалған һымаҡ, тип уйланы Ришат.
– ...Һеҙ аңлайҙығыҙмы, ирегеҙ ғәрип, уның йәшәү ваҡыты ла, бәлки, бер туғыҙ йәки ун йыл булыр.
– ?!..
– Бына, ҡарағыҙ, ниндәй хәлдә әле, ваҡыт үтеү менән тағы ла нығыраҡ хөртәйәсәк, аңларһығыҙ киләсәктә.
– Ә мин нимә эшләргә тейешмен?
– Һм-м...
Ҡатындың һорауы яуапһыҙ ҡалды.
Ришатың эргәһенә лә инеп сыҡманылар, кейенергә ҡуштылар. Ауырлыҡ менән сисенгән ир, ҡатыны ярҙамы менән, бар хәлен туплап кейенде.
Ҡулына ҡағыҙҙарҙы алғас, ҡатын шаҡ ҡатты. Унда: “Ғәрип түгел” тиелгән ине. Асыуын ауыҙлыҡлап өйрәнгән ҡатын бер нәмә лә өндәшмәне. Һуңғы ваҡытта килеп тыуған ваҡиғалар, уның күңелен ҡурғаш һалдат кеүек ҡатырғайны, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә өйрәнгән ҡатын тешен ҡыҫты, сетерекле хәлдәр менән көрәшергә, баш эймәй алға барырға кәрәк.
Ришат дауахананан сығыуға эш ерендә ғариза яҙҙырып, төп эшенән бушатып, предрприятиеның һаҡсылар бүлегенә күсергәндәр ине. Быны бер ай үткәс кенә ҡатыны белеп, бойороҡто үҙгәртеүгә иреште. Ир бар тырышлығы менән йәшәргә, бар үткән тормошон иҫкә төшөрөргә ынтылды. Предпрятие эштә йәрәхәтләгән ирҙең хәле менән ҡыҙыҡһынманы, үҙ бурыстарын үтәргә ашыҡманы.
Теге таш плита Ришаттың төшөнә инеп йөҙәтә, ҡайһы ваҡытта шыбыр тиргә батып, үҙ тауышына уянып китә. Был плитаны күргән һайын шаңҡып ҡала, тағы нимә булыр икән, тип көн буйына уйланып йөрөй. Үҙе эшкә лә йөрөй, бер туҡтауһыҙ ауырыуҙан бушамай, бар ҡағыҙҙар юллап бөтөлгән, ә предприятие ваҡытлыса һаулыҡ юғалтҡан өсөн түләргә йыйынмай. Ҡатыны бар яҡтан һорашып, юристар менән кәңәшләшеп, хәлде яҡшыртырға тырыша. Әммә был бик тиҙ генә осона сыға торған эш түгел икән.
Оҙон-оҙаҡ дауахана юлын таҡырайтып, карауаттарында аунап арығас комиссия Ришатты “өсөнсө төркөм инвалиды” тип билдәләй, алтмыш процент һаулыҡ юғалтыу ҡағыҙы тотторалар.
Был ғазаптарҙы кисергән йән генә аңлайҙыр: кеше ғүмерен бер сүп кенә икән. Һау-сәләмәт булғанда һин кәрәк, ә эштә ғәйеп яраланыу, зәғифләнеү унан аяҡҡа баҫыу үҙ хоҡуҡтарыңды яҡларға тырышыу – күптәр йырып сыға алмаҫләҡ иң ҙур һынау. Аллам һаҡлаһын, "түҙгәнгә – түш, ти бит, халыҡ”, тере ҡалыуына мең шөкөр! Кеше ышанмаҫлыҡ шул, 875 килограмлыҡ плита өҫтөнә ауған. Әйтеүе генә анһат. Аллаға шөкөр, кеше көнлө түгел, атлап йөрөй хәҙер. Хәтере лә ҡайтты. Бер уй мейеһен өйкәй ирҙең, комиссия үткән саҡта ҡатыны бер ағарҙы, бер буҙарҙы, ниндәй ҡурҡыныс хәбәр еткерҙе икән табиб? Балалары үҙаллы уҡый, ҡыҙы эшләп йөрөй, улы колледжда белем ала. Ҡатыны бар яҡтан хәстәрләп тора, эшенә лә өлгөрә, машина йөрөтә, табибтар менән аралаша, предприятие компенсация юллау өсөн ҡағыҙҙар әҙерләй.
Ҡараңғылыҡ... Ҡара болот төҫлө өҫтән таш плита ауып килә.
“Плита!.. Плита!.. Плита!..” тертләп ҡысҡыра Ришат, тик тауышы сыҡмай. Тиргә батып, ҡапыл уянып китә, тәне дерелдәй. “Уй, Аллам, был төш икән!тағы ҡурҡыныс һаташыу!...” Төшөндә йыш әлеге күренеш күңеленә ауыр йөк булып ятҡан, әйтерһең.
Таң ата, ҡояштың наҙлы нурҙары бүлмәнең бар еренә үтеп инеп, яҡтылыҡ, наҙлы хистәр тарата. Үҙе эшләгән предприятие менән судҡа шул тиклем ентекләп әҙерләнәләр. Ҡатыны кәрәкле ҡағыҙҙар йыя. Ришаттың хатта бер аҙ йәне көйөп киттә. Бәлки, эш еренән һүҙ көрәштерергә баҙнат итмәҫтәр, тип өмөтләнә ул.
Суд көнөндә барыһы ла тыныс башланған ине. Ҡатынының ғына тулҡынланғаны тойола, балалары кем уҡырға, кем эшкә китте. Ир менән ҡатын суд бинаһына юлланды.
Бына юрист килде, суд залына саҡырҙылар. Тәүге һүҙҙе ҡатынына бирҙеләр, ул һөйләп бөтөүгә, юрист тороп, Ришатты үҙ ризалығы менән һаҡҡа күскән, ғәриплеген йәшереп маташҡан, әлбиттә, был "бутҡаны" үҙе бешергән, тип һүҙен осланы. Шул саҡ ҡатыны тороп, судьяның алдына иҫбатлаусы ҡағыҙҙар һала башланы, юрист баҙып ҡалды. Бер аҙҙан икенсе көнгә күсерергә һораны.
Урамға сыҡҡанда Ришаттың күҙе шарҙай булған ине, бер аҙҙан һүҙгә килде:
– Дә, һин дөрөҫ һөйләгәнһең икән, бөгөн ысын йөҙҙәре асылды, ярай, икенсе көндә тыңлап ҡарарбыҙ.
– Мин бит беләм, һин дауаханала ятҡанды күп ишеттем, бар ҡағыҙҙарҙы йыйып барғанмын, иҫбатлай алырбыҙ.
– Туленов үҙе бит, ярҙам итәм, ташламайым, тине. Бына аңла уларҙы.
– Ә һиңә теге саҡта Силәбелә нимә әйттеләр ул табибтар, йөҙөң бер ағарҙы, бер ҡыҙарҙы, минең белгем килә?
– Әй, уларҙы тыңлаһаң, ишетмәһәң яҡшыраҡ булыр.
Шул мәлдә ҡыҙҙары ҡаршыға килеп баҫты:
– Нисек үтте суд? – тине ул, борсолоуын йәшерергә тырышып.
– Атайыңды ғәйепләйҙәр, үҙҙәре һыуҙан ҡоро сығырға самалай!
– Ярай, беҙ бит дөрөҫлек яҡлы. Алла бойорһа, бирешмәбеҙ.
Ҡала тормошо бер-бер артлы аҡлы-ҡаралы эҙҙәр һалып, таң ата ла кис була, айҙар-йылдар төрлөсә буяҙар һибеп, алға аға ғына. Тырышып йәшәү теләге менән янған йөрәктәргә туҡтарға ярамай: Ришаттың йәшәү көсө, тормошто яратыуы , ҡатынының ышаныслы терәк булыуы шулай ауырлыҡтарҙы еңеп алға ынтылырға көс бирәлер,күрәһең.
Башы ауыртҡанына сыҙай ир, әммә кистәрен һөйәктәре, арҡаһы һыҙлай, ятырға ла әмәл юҡ, ҡатыны был хәлде көн дә күрә, арҡаһынан һыйпап, хәленә инергә тырыша. Йәш көйөнсә бер түмәр кеүек ятсы әле, эсенә әйләнеп ятһа, умыртҡа һөйәге, ҡабырғалары тынғы бирмәй. Шуныһы йыуаныс: улы, ҡыҙы, ҡатыны ирҙең йәшәүен йәмләргә тырыша.
“Плита!.. Плита!..” Тағы ла таш плита өҫтөнә ауа. Сүгәләй. Башын ҡаплай. Ауырлыҡты еңеләйтергә тырышып ҡысҡыра, тиргә батып уяна...
Ҡәһәрле плита төшөнә инеп йөҙәтә. Уны күргән һайын күңел тыныслығы юғала йәш ирҙең.
Суд әһелдәренә барып, эш еренән килгән юристы тыңланылар. Улар үҙ-ара килешеү алып килгән. Ял итеү өсөн йыл һайын аҡса түләргә тәҡдим итәләр. Ҡатыны:
– Ризалыҡ бирмәҫкә кәрәк – тине.
Башың һау булып, тәнең-йәнең тыныслыҡ тапһа ине лә бит, бар теләге -һауығыу. Ике йыл үткәс кенә судта үҙ-ара килешеү булды, ә Силәбе юлын
тапай торғас, өсөнсө төркөм ғәрибе тип танылар.
Их, был донья тигәндәре!..
Йәш үтеп бара, ҡыҙы тормошта, улы өйләнгән, фатир ҙа алдылар. Ришат тыуған ауылына ҡайтып йорт һалырға иреште. Әлбиттә, кеше ялларға тура килде. Санаторийҙарға йөрөнө, хәҙер хаҡлы ялда.
Бер көн уйламағанда хәле насарланып китте. Тиҙ ярҙам саҡырҙылар. Фельдшер йүгереп йөрөп система ҡуйҙы, уколдар ҡаҙаны, әммә Ришаттың хәле насар ине. Ҡатыны уның яныны инеп ултырҙы ла:
– Мине япа-яңғыҙым ташлап китеп барма – тип шаяртҡан булды.
Фельдшер:
– Һеҙгә, бәлки, Магнитҡа барырғалыр! – ти сараһыҙҙан.
– Нисек итеп алып китәйем, юлда үлеп ҡуйһа? – тип бошона ҡатыны.
– Аптырайым...
Ришат бер ағара, бер ҡыҙара. Хәле насар икәнен тоя, һүрән генә йылмайырға тырыша. Бер аҙҙан йүткерә, сәсәй башланы, шул саҡ аппаратҡа ҡарап торған фельдшер шаҡ ҡатты:
– Бындай хәл минең эшләү дәүерендә беренсе тапҡыр, – тине. Ҡан баҫымы күрһәткесе тиҙ арала үҙгәрә. Ришат йүнәлә башлай, ҡатын иркен тын ала.
Ике йыл үткәс, инсульт кисергән икәнен аңланы ир, икенсегә һуҡты шулай.
Форсаты сыҡҡанда ҡатыны һүҙ башлай:
– Аллаға шөкөр, һине туғыҙ, бәлки, ун йыл йәшәр, тигәйнеләр, ә беҙ бирешмәнек, был инсультты ла үткәреп ебәрербеҙ, Алла бойорһа. Силәбелә нимә әйттеләр, тип һин һорай инең, шуны әйттеләр!
Ришат шым ғына тыңлай:
Ҡатынының үҙәге ныҡ булыуына тағы бер мәртәбә инана ул. Тормош ни тиклем еңел бирелә, кеше уның ҡәҙерен белмәй. Ә бына көслө кешегә һынауҙар бирелә, еңеп сығыу өсөн!
“Плита!..” “Плита!..” “Плита-а-а!..” – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра баҫлығып килеп торҙо Ришат. Ошо бер плита ыҙалатты уны...
Ул түбәгә ҡарап, уйға батты.
Сирлеләр йоҡлай, таңғы сәғәт биш. Арғы оста береһе ыңғыраша.
Таңға ҡарай берәүҙең битен ябып алып сығалар. Кемдеңдер ғәзизе мәңгелек йоҡоға талған. Эй, тормош!..
Плита, плита, плита... Тағы өҫкә ауып килә кеүек ул.....