Баймаҡ районы китапханаһында яҡташ яҙыусыбыҙ шағир, прозаик һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәр Ғүмәр Үтәбайға арналған матур кисә үтте. Уны сценарий авторы, “Йәнгүҙәй” ижади берекмәһе рәйесе Айгөл Иҙелбаева яҙыусы менән диалог формаһында итеп, күңелдәргә үтеп инерлек итеп алып барҙы. Сарала Әхмәр Үтәбайҙың тормош юлдашы Фәйрүзә Юныс ҡыҙы, ҡыҙҙары Тамсы ҡатнашыуы ла айырым бер биҙәк булды.
Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов Әхмәр Үтәбайҙы бар баймаҡтар исеменән тәбирк итте. “Беҙ шул тиклем талантлы, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес ихлас һәм ябай шәхесебеҙ менән ғорурланабыҙ. Күрәһең, ябайлыҡ бөйөклөктән килә, тигән һүҙҙәр нәҡ Әхмәр Үтәбай тураһында әйтелгәндер”, - тине.
Ҡала биләмәһе хакимиәте исеменән шағирҙы ҡала Советы депутаты Булат Юламанов тәбрикләп, бүләк тапшырҙы. Класташтары һәм ауылдашатры исеменән изге теләктәр еткергән Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаевтың хәтирәләре һәм йылы һүҙҙәре лә сараға йәм өҫтәне. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Әкрәм ҡыҙы Сабирова Әхмәр Үтәбайҙың әҫәрҙәре тәрбиәүе яҡтан оло әһәмиәткә эйә бууын әйтеп, яҙыусыға ижади уңыштар теләне.
Шулай уҡ сараға шағирҙың туғандары, ижадташтары Заһиҙә Мусина, Айгөл Айытҡолова, Илгиз Ишбулатов, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева ҡатнашты. Башҡортостан Яҙыусылар союзы исеменән уның идара ағзаһы, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Венер Айҙар улы Исхаҡов тәбрик итте. Ә Айгөл Рамаҙан ҡыҙының Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау телеграммаһын уҡып ишеттереүе яҡташыбыҙ өсөн айырыуса оло ғорурлыҡ тойғоларын уятты.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина: “Әхмәр Үтәбайҙың ижади юлы башланған мәлдә беҙ уның менән районыбыҙ буйынса күп йөрөнөк. Бар ерҙә халыҡ уны ихлас һәм ҙурлап ҡаршы алды. Уға яҡты киләсәк юранылар һәм шулай килеп сыҡты ла. Иҫ киткес талантлы һәм сәсән телле Әхмәр ҡустыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ә уның “Буранбай” романы үҙе бер асыш булды”,-тине.
Ысынлап та яҙыусы “Мин - Буранбай” шиғыры менән генә туҡтап ҡала алманы, тағы ла ҙурыраҡ жанрға тотондо. Шулай итеп “Буранбай” исемле тарихи-фәлсәфәүи роман барлыҡҡа килә. Кисәлә был роман тураһында фекер алышыу бик фәһемле булды. “Буранбай” романы буйынса бик күп һорауҙарға яуап алдыҡ. Иң мөһиме, Әхмәр Үтәбай романдың тарихсы-ғалим Әнүәр Әсфәндиәров биргән тарихи документтарға нигеҙләнеп яҙғанын әйтеүе булғандыр.
Көслө һәм иҫ киткес тауышы менән күп тарафатарҙа дан алған Хәбир Раев башҡарыуында “Буранбай” йырын барыһы ла тетрәнеп тыңланы. Хәбир ағай был кисәнең сағыу бер биҙәгенә әүерелеп, йөрәктәргә үтеп ингән башҡорт моңон бүләк итте.
Әхмәр Үтәбайға арналған сара күңелдәргә сихри ут һалып, һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Уны ойошторға район китапханаһына һәр кем мең рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Яҙыусы яҡташыбыҙ тураһында “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин журналдың үҙенең очергында: “Әхмәр был фанилыҡҡа һөйөндөрөр өсөн һәм үҙ заманы менән, йәшәгән йылдары менән, үткән менән киләсәкте тоташтырыр өсөн донъяға килгән кеүек миңә. Уйлаһаң, барыбыҙ ҙа шулай кеүек, тик күптәрҙең тоташтырып торған арҡаны ҡалын булһа ла, йә серек, йә ҡыҫҡа, ә ҡайһы берҙә нескә генә еп тә күпме гәүһәрҙәрҙе, аҫыл таштарҙы күтәреп тора... Ә Әхмәр тарих һәм киләсәкте үҙ ғүмере, ҡылғандары аша көмөш сылбырҙар менән тоташтыра”, - тип яҙған. Әхмәр Үтәбайҙың бар асылы, яҙмышы, ижады нәҡ ошо юлдарға һалынған....
Гүзәл Иҫәнгилдина.