+24 °С
Ямғыр
Был көнгә ҡарата Юлыҡ ауылы ағинәйҙәре мәктәптең 5 -се синыф уҡыусылары менән " Тел- ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге " исемле сара үтте .
Ағинәйҙәр бөтә илдәге, республикабыҙҙағы телдәр тураһында мәғлүмәт бирҙе.Туған телебеҙ башҡорт теле тураһында һөйләне Р.Бикбаевтың, Р.Ғариповтың, З.Биишеваның туған тел тураһында яҙылған шиғырҙары яңғыраы был көндө
Шулай уҡ уҡыусылар "Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре " һүҙлегенән тел тураһында мәҡәлдәр табып уҡыны. Теле юҡтың -иле юҡ тиҙәр .Шуға күрә балаларыбыҙ менән матур итеп туған телебеҙҙә аралашайыҡ.
Дилдәр Маннапова.