Новости
20 Февраль 2025, 12:00

Баймаҡ районы егеттәре - беренсе!

Афарин, Солтан Миңлебаев, Ғайса Мәхмүтов! Артабан да тик еңеүҙәр юлдаш булһын!

Баймаҡ районы егеттәре - беренсе!Баймаҡ районы егеттәре - беренсе!
Баймаҡ районы егеттәре - беренсе!

Борай ауылында милли көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтте. Ул Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән Рәсәй яугирҙәрен иҫкә алыу көнөнә арналды. Был мауыҡтырғыс ярыштар ике көн дауам итте һәм төбәктең иң яҡшы спортсыларын йыйҙы. Ҡатнашыусылар юғары оҫталыҡ кимәлен һәм еңеүгә ынтылышын күрһәтте, тамашасыларға сағыу хистәр һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. Көрәш көсөргәнешле һәм мауыҡтырғыс булды. Беренселектә республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан өс йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Улар араһында Юлыҡ ауылынан яҡташыбыҙ Солтан Миңлебаев бар, ул 40 килограмға тиклемге, Беренсе Этҡол ауылынан Ғайса Мәхмүтов,  65 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында беренсе урын яуланы!

Был еңеү уларға  Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составына инергә мөмкинлек бирҙе, һәм хәҙер улар көрәш буйынса Рәсәй беренселегендә беҙҙең төбәк исеменән сығыш яһаясаҡ. Солтанды һәм Ғайсаны был лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас