Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Февраль 2025, 08:00

Ил һаҡсылары алмаш тәрбиәләй

Ватанына тоғро, ысын ир-егеттәр һәр саҡ һалдат булып ҡалалыр. Быны районыбыҙҙа әүҙем эшләгән “Дозор” ветерандар хәрәкәтенә ҡарап та әйтеп була. Бында Ватан бурысын ил сигендә үтәгән пограничниктар берҙәм көс булып тупланған.

 “Дозор”ҙы етәкләгән Сәлимйән Итәлмаҫов көслө рухлы, йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе бирергә ынтылған ысын сик һаҡсыһы булыуы менән айырыла. Махсус хәрби операция башланғас, йөрәк ҡушыуы буйынса Сәлимйән ағай яуға йүнәлә. Батырлығы өсөн наградаларға лайыҡ булып, яраланғас ҡайтып төшә. “Беҙҙең “Дозор”ҙан дүрт пограничник – дүрт дуҫ – мин, Рәшит Әбдрәшитов, Хәбибулла Сакин, Йәүҙәт Сакин махсус хәрби операцияға бергә йыйындыҡ. Тик килеп сыҡманы. Комиссия үтеү, йәш буйынса сикләүҙәр арҡаһында бергә эләгә алманыҡ. Шулай ҙа дүртебеҙ ҙә МХО-ла бурысыбыҙҙы үтәп ҡайттыҡ. “Бурысыбыҙ” тием, сөнки илде һаҡлау – һәр ир-егегтең мөҡәддәс бурысы”, – тине яугир. Пограничниктар иптәштәре тураһында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Һәләк булған дуҫтары тураһында мәғлүмәтте йыйып, уны баннер итеп сығарғандар. Ил сиге һаҡсылары йыл һайын Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында патриотик сара үткәрә. Улар буласаҡ һалдаттар өсөн төрлө һынауҙар ойоштороп, еңеүселәрҙе бүләкләй.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараны асып, уҡыу йортоноң директор урынбаҫары Гөлшат Байдәүләтова: “Көслө затҡа тыуғас та иңдәренә оло һәм изге бурыс йөкмәтелгән. Ул – Ватанды һаҡлау. Бөгөн беҙ ил сиген батырҙарса һаҡлаған, унан ветерандар хәрәкәтенә берләшеп, балаларҙы, йәштәрҙе тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән пограничниктарға рәхмәтлебеҙ. Сәлимйән Итәлмаҫовтың беҙҙең колледждың студенты булыуы менән бик тә ғорурланабыҙ. Егеттәребеҙ рухлы, ныҡ булһын, әммә уларға бер ҡасан да дары еҫен еҫкәргә, шартлау тауыштарын ишетергә-кисерергә яҙмаһын”, – тине.

Сәлимйән Итәлмаҫов егеттәрҙе Ватандың ысын улы булырға, спорт менән шөғөлләнергә, иптәшлек һәм тоғролоҡ тойғоларын йөрәк түрендә йөрөтөргә саҡырҙы. Артабан егеттәр ысын һалдат һынауҙары тотто. Улар автоматты һүтеп-йыйырға, уның магазинынан боеприпастарҙы алырға һәм кире ҡуйырға, атырға, хәнйәр ташларға, картуф әрсергә тейеш ине. Быларҙың барыһы ла командаларға бүленеп, тиҙлеккә эшләнде. Сәмле һәм дәртле ярыш барыһының да күңеленә хуш килде, ә егеттәр үҙҙәрен ысын һалдат итеп тойҙо. Шулай итеп, беренсе урынды – 16-сы, икенсене – 13-сө “а”, өсөнсө урынды 11-се төркөм яуланы.

Һәр саҡ йәштәр араһында булып, уларға илһөйәрлек тәрбиәһе биргән “Дозор” ил һаҡсылары ойошмаһына иң изге теләктәрҙе еткерге килә. Урал аръяғы агросәнәғәтколледжы студенттарының бөгөндән һалдат тормошона әҙер булыуы, һынауҙарҙы“һә” тигәнсе етеҙ башҡарыуы, берҙәмлеге һоҡландырҙы.  Афарин, егеттәр!

Гүзәл САЛИХОВА

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас