"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң медиадиректоры Ринат Шәйбәков һәм «Сәләм» иртәнге телешоуын алып барыусы Лилиә Ҡурамшина гәзиткә яҙылыусылар араһында тура эфирҙа уйын үткәрҙе..
Уйында ҡатнашыу өсөн нәшриәт йорто составына ингән ике баҫмаға яҙылырға һәм квитанциялар ебәрергә кәрәк ине. Һөҙөмтәлә һигеҙ йөҙҙән ашыу яҙылыу квитанцияһы алынаған!
Актив уҡыусылар араһында ҡар таҙартыу машинаһы, туңдырғыс ларь, ноутбук, телевизор һәм ике робот-пылесос уйнатылды.
Беренсе приз – ноутбукты Ейәнсура районынан А.М. Ниғмәтуллина алды, ул «Йәшлек» һәм "Ейәнсура таңдары" гәзиттәренә яҙылды. Ҡар таҙартыу машинаһы – Баймаҡ районынан «Һаҡмар» һәм "Йәшлек" гәзиттәрен алыусы Ш.М. Юнысов бәхетенә яҙған булып сыҡты. Афарин!
Телевизорҙы Хәйбулла районынан З.М. Васильченко аласаҡ, Ул «Аҡбуҙат» журналына һәм «Хәйбулла хәбәрҙәре»гәзитенә яҙылған. Туңдырыу лары-Йылайыр районынан Р. Х. Вәхитованың өлөшөнә яҙған булып сыҡты.
Әлеге ваҡытта "Һаҡмар" гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу башланды. Яҙылығыҙ, квитанцияғыҙҙы ебәрегеҙ һәм шәп приздар отоғоҙ!