Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Февраль 2025, 11:48

Баймаҡтар гуманитар ылау оҙатты

Бөгөн Баймаҡ ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам ебәрҙе.  Яугирҙәргә өй йылыһын бүләк итерҙәй тәмле күстәнәстәр, йылы кейемдәр, дрондарға ҡаршы юрғандар, окоп шәмдәре, медикаменттар, шулай уҡ төҙөлөш материалдары, өс автомашина оҙатты. Шулай уҡ егеттәргә 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайы менән...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Бөгөн Баймаҡ ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам ебәрҙе.  Яугирҙәргә өй йылыһын бүләк итерҙәй тәмле күстәнәстәр, йылы кейемдәр, дрондарға ҡаршы юрғандар, окоп шәмдәре, медикаменттар, шулай уҡ төҙөлөш материалдары, өс автомашина оҙатты. Шулай уҡ егеттәргә 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайы менән “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмө теккән толстовкалар, шапкалар, “Шифахана” клиникаһы биргән аптечкалар оҙатылды. Барлыҡ гуманитар ярҙам өс ҙур атомашинаға тейәлде. Яугирҙәребеҙ уларҙы имен-һау алып алып тотонһон. “Беҙ бергә!”   

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас