Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы респиратор инфекцияһы менән сирләү буйынса хәүефле мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы. Уҙған аҙнала төбәктә сирлеләр һаны 26 мең кешенән артҡан. Был алдағы аҙна менән сағыштырғанда 10,7 процентҡа күберәк. Ауырыуҙарҙың яртыһы - 14 йәшкә тиклемге балалар. Ауырыуҙың артыуына бәйле, республикала ике мәктәп һәм бер балалар баҡсаһы карантинға ябылды, шулай уҡ 14 мәктәптә 24 класс һәм 9 балалар баҡсаһында 24 төркөмдөң эшмәкәрлеге өлөшләтә туҡтатылды.
Ведомствола аңлатыуҙарынса, башҡа респиратор инфекциялар араһында киҙеү вирустарының өлөшө 59,9% тәшкил итә, атап әйткәндә, А киҙеүе вирустары.
«Ләкин әле үк уның урынына грипп вирусының килеүе ап-асыҡ. Был, ҡағиҙә булараҡ, ҙур булмаған икенсе тулҡындың килеүенә дәлил. В киҙеүе башҡа вирустарға оҡшаш симптом менән бара, ул шулай уҡ бронхит һәм пневмония рәүешендә өҙлөгөүҙәр бирә ала», - тип хәбәр иләр Роспотребнадзорҙан.