Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Февраль 2025, 14:15

Башта ҡыҙ 40 мең һум аҡса һалған

һуңынан кредит алып, 2 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан...

Уҙған ял көндәрендә Өфөлә ике ҡатын-ҡыҙ интернет-инвестицияларҙа 3,5 миллион һумдан ашыу аҡса юғалтҡан. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 61 йәшлек пенсионер яңы смартфон һатып алған һәм тәүге тапҡыр интернетҡа сыҡҡан. Еңелсә эш хаҡы вәғәҙә иткән сайтҡа эләгеп, ул бәйләнеш мәғлүмәттәрен ҡалдырған. Күп тә үтмәҫтән, уға ярҙам тәҡдим иткән «белгес» шылтыратҡан. Ханым 800 мең һумдан ашыу аҡса күсергән, аҡсаһын сығарырға теләгәс, комиссия түләүен һораған. Һөҙөмтәлә ул дуҫтарынан тағы 750 мең һум алған, ләкин барыбер бер нимә лә алмаған. Пенсионер ҡатындың ире полицияға мөрәжәғәт итеүен һораған.

Шулай уҡ мутлашыусыларҙан Өфөлә йәшәгән 23 йәшлек ҡатын да зыян күргән. Уның интернет танышы биржала эшләгән аҡсаһы хаҡында һөйләп ҡыҙыҡтырған. Башта ҡыҙ 40 мең һум аҡса һалған, һуңынан кредит алып, 2 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.

Һаҡ булығыҙ, зинһар! Алданмағыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас