Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Февраль 2025, 13:35

575 мең һум отҡоң киләме?

Өлкән тәрбиәсе, тәрбиәсе, педагог-психолог, педагог-логопед, уҡытыусы-дефектолог, музыкаль етәксе, физкультура буйынса инструктор булып эшләһәң, бәхетеңде һынап ҡара!

575 мең һум отҡоң киләме?575 мең һум отҡоң киләме?
575 мең һум отҡоң киләме?

Башҡортостанда балалар баҡсалары тәрбиәселәре республика Башлығы грантын оторға мөмкин. Конкурста 35 йәшкә тиклемге өлкән тәрбиәселәр, тәрбиәселәр, педагог-психологтар, педагог-логопедтар, уҡытыусы-дефектологтар, музыкаль етәкселәр, физкультура буйынса инструкторҙар ҡатнаша ала. Белем биреү ойошмаһында эш стажы ике йылдан кәм булмаҫҡа тейеш, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф министрлығынан.

Ведомствола белдереүҙәренсә, грант конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Радий Хәбировтың указы менән 2024 йылдың 1 ғинуарынан мәктәпкәсә белем биреү уҡытыусыларына һәр ҡайһыһы 575 мең һумлыҡ гранттар булдырылды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас