+21 °С
Болотло
Алдағы ике көндә Башҡортостанда һауа торошо ныҡ боҙоласаҡ, тип фаразлай Башгидрометүҙәк синоптиктары.
Бөгөн, 16 февралдә, урыны менән көслө ҡар яуыуы көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, һәм боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -1, -6°.
17 февралдә лә бер аҙ ҡар яуа, төндә урыны менән уртаса. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -8°...-13°, төндә аяҙытҡанда -18 ° тиклем.