Таулыҡай урта мәктәбендә, ҡасандыр ошо белем усағында уҡыған, махсус хәрби операция зонаһында йәшләй генә ғүмерҙәре өҙөлгән егеттәр иҫтәлегенә "Герой парталары" асыу сараһы үтте.
Тантаналы линейкала мәртәбәле ҡунаҡтар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Тәнзилә Рәхимғол ҡыҙы, Рита Ришат ҡыҙы, Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Сәфәрғәле улы, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмит улы, яугир егеттәрҙең әсәләре, туғандары, хеҙмәттәштәре ҡатнашты.
Сара киләсәк быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәребеҙҙең батырлығын мәңгеләштереү, шундай улдар үҫтергән ата-әсәләргә ихтирам йөҙөнән, мәктәп уҡытыу-тәрбиә эше планына ярашлы ойошторолдо. Киләсәктә был парталар артында мәктәптең алдынғы уҡыусылары белем аласаҡ. Үҙ ғүмерҙәрен аямай ил һағына баҫҡан егеттәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Яугирҙәргә мәңгелек дан!