+24 °С
Ямғыр


Ветеран уҡытыусы, 2- се Этҡол ауылының "Ағинәйҙәр" ҡоро рәисе Сөләймәнова Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалына лайыҡ булды.
Хөрмәтле Көнһылыу Хәмзә ҡыҙын лайыҡлы награда алыуы уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, балалар ҡыуанысында, бәрәкәтле мул тормошта йәшәргә насип булһын. Һәр ваҡыт шулай әүҙем булып, эшләгән эшегеҙҙең емештәрен татып йәшәргә яҙһын.