Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Февраль 2025, 06:45

Ағинәйҙәр яугирҙәрҙең балаларына

онотолмаҫ байрам бүләк итте

Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда биләмә ағинәйҙәре Ниғәмәт, 2-се Этҡол, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдарының МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәренең балалары һәм бәләкәй туғандары өсөн «Бәхетле булһын бала саҡ» исемле байрам кисәһе ойошторҙолар.

Сараның тәүге өлөшөндә балалар «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ» халыҡ уйындарын уйнанылар, күҙ бәйләп бүләк ҡырҡып алдылар, таланттарын күрһәттеләр. Икенсе өлөштә улар китапханала әҙерләнгән бай өҫтәл артында тәмле сәй менән һыйландылар. 

Байрамға килгән һәр бала бүләктәр, күстәнәс алып, саранан ҡыуанып ҡайтты. Биләмә ағинәйҙәренә оло рәхмәт белдерәбеҙ! Һау-сәләмәт, һәр саҡ шулай әүҙем булһындар! Ә балаларға бәхетле бала саҡ, һаулыҡ, тыныс күк йөҙө, имен киләсәк теләйбеҙ!

Ағинәйҙәр яугирҙәрҙең балаларына
Ағинәйҙәр яугирҙәрҙең балаларына
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас