РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Баймаҡ районына сәфәр менән килде. Зариф Зәкир улы төрлө ойошма вәкилдәре һәм халыҡ менән осрашыу үткәрҙе. Депутат закондар, уларҙағы үҙгәрештәр тураһында һөйләне һәм осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Шулай уҡ Зариф Байғусҡаров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә “Ил терәге” почет билдәләрен тапшырҙы. Бынан тыш, депутат хеҙмәтендә алдынғы яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне. Темәс участка леснчийы Иҙел Ситдыҡов депутаттың исемле сәғәтенә лайыҡ булды. Район хакимиәтенең баш иҡтисадсыһы Әҡлимә Әбүбәкерова, “Һаҡлаусы Фәрештә” штабы волонтеры Татьяна Назарова, коллегабыҙ Әлфиә Хәсән ҡыҙы Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. Шулай уҡ депутат Әлфиә Хәсән ҡыҙы һәм Рафаэль Вәлиәхмәт улы Байегетовтарға бергә йәшәүҙәренең юбилейын билдәләп, бүләк тапшырҙы. Ҡотлайбыҙ!
Артабан халыҡ ижады үҙәгендә “Саптар” өлгөлө бейеү ансамбленең хәйриә концерты үтте. Сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, Зариф Байғусҡаров һәм район башлығы Азамат Иҙрисов ҡатнашты. Тәүҙә МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп иҫкә алыу булды. Артабан иҫ киткес һәләтле “саптар”ҙар бик шәп концерт бүләк итте.
Саранан һуң Зариф Байғусҡаров граждандарҙы шәхси мәсьәләләр буйынса ҡабул итте. Район халҡы уға үҙ проблемалары менән мөрәжәғәт итте. Ҡабул итеү барышында депутат төрлө өлкәгә ҡағылышлы аңлатмалар бирҙе.
Депутаттар менән осрашыуҙар — граждандар һәм власть вәкилдәре араһында аралашыуҙың һөҙөмтәле ысулы. Ошондай сараларҙа халыҡ ышаныс белдереп һайлаған депутаттарҙың эшмәкәрлеге менән таныша, проблемаларын күтәрә һәм уларҙың хәл ителәсәгенә өмөтләнә.
Гүзәл Иҫәнгилдина.