Новости
13 Февраль 2025, 03:40

Тыныс йоҡла, батыр!

Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы , батыр яугир һалдатын һуңғы юлға оҙатты. Махсус хәрби операцияла  Ҡолғарин Рәмил Мәлек улы батырҙарса һәләк булды...

Тыныс йоҡла, батыр!Тыныс йоҡла, батыр!
Тыныс йоҡла, батыр!

Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы , батыр яугир һалдатыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатты. Махсус хәрби операция барышында Ҡолғарин Рәмил Мәлек улының ғүмере өҙөлә. Яу бурысын үтәгән ауылдашыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыу барыбыҙ өсөн дә бик ауыр ҡайғы һәм оло юғалтыу. Рәмил Мәлек улы, хеҙмәт иткән осорҙа үҙен көслө рухлы яугир, ысын патриот итеп күрһәтә һәм хәрби бурысына аҙаҡҡы һулышына тиклем тоғро ҡала. Ул Тыуған иле, халҡы өсөн ғүмерен биргән батыр булып мәңге хәтеребеҙҙә ҡаласаҡ . Әсәһе Һөйәрбикә Әбделкәрим ҡыҙының,ҡыҙы Нәркәстең,туғандарының, дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм оло сабырлыҡ теләйбеҙ.Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты,мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, батыр яугир!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас