Башҡортостан Хөкүмәтенә мәктәптәрҙә һәм айырым кластарҙа киҙеү вирусы буйынса карантин индереү өсөн һорауҙар килә. Был хаҡта төбәктең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.
«Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала карантинға ябыҡ мәктәптәр юҡ. Айырым кластар бар, улар бөтә республикала 17. Карантинға сығарылған балаларҙың дөйөм һаны-645 кеше. Мәғариф процесы республиканың бөтә территорияһында һаҡлана", - тип билдәләне Урал Килсенбаев.
Уның һүҙҙәренсә, белем биреү ойошмаларында температура режимын контролдә тотоу, биналарҙы дезинфекциялау, һауаны зарарһыҙландырыу, биналарҙы елләтеү буйынса эштәр дауам итә. Грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы таралыу хәүефе менән бәйле эпидемиологик хәл насарайған осраҡта мәктәптәр санитар ҡағиҙәләргә һәм санпин нормаларына ярашлы эш итергә тейеш. Мәҫәлән, әгәр мәктәптә киҙеү арҡаһында 20% һәм унан күберәк бала булмаһа, уның етәксеһе уҡыу процесын туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итә һәм сикләү индерә.