Новости
12 Февраль 2025, 05:00

Баймаҡ батырҙары онотолмаҫ

Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссариатында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындарына Батырлыҡ ордендары тапшырылды. Был наградаға Кинйәбай Фәйзрахман улы Вәлитов Һәм Марсель Салауат улы Әхмәров лайыҡ булды....

Баймаҡ батырҙары онотолмаҫБаймаҡ батырҙары онотолмаҫ
Баймаҡ батырҙары онотолмаҫ

Батырҙарҙың яҡындарына ордендары тапшырылды

Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссариатында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындарына Батырлыҡ ордендары тапшырылды. Был наградаға Кинйәбай Фәйзрахман улы Вәлитов Һәм Марсель Салауат улы Әхмәров лайыҡ булды.

- Бөгөн беҙ бында хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтмаған яҡташтарыбыҙҙы данлау өсөн йыйылдыҡ. Беҙҙең яугирҙәр Ватанды, уның азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлап, ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Уларҙың һәр береһе үҙ йорто, ғаиләһе, иле өсөн ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға әҙер булған ысын патриот. Бөгөн тапшырылған Батырлыҡ ордендары яҡындарығыҙҙың батырлығын күрһәтә, уларҙың ҡаһарманлығы өсөн тәрән рәхмәтебеҙҙе лә белдерә, - тине хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов.

Дәүләт наградалары Һәм уларға танытмалар Марсель Әхмәровтың әсәһе Рәйфә Хәмит ҡыҙы Ғәликәеваға һәм Кинйәбай Вәлитовтың ҡустыһы Фәтих Фәйзрахман улына мәңгелек һаҡлауға тапшырылды. Марсель Әхмәров 2024 йылдың 30 июлендә Донецк Халыҡ Республикаһы территорияһында батырҙарса һәләк була. Ул сапер булып хеҙмәт итә.

- Ул һәр ваҡыт барыбыҙға ла терәк булды. Иҫ киткес ярҙамсыл ине. Хәстәрлекле ул һәм ағай булды, - тине хәрбиҙең әсәйе Рәйфә Хәмит ҡыҙы..

Кинйәбай Вәлитов Әхмәр ауылында тыуған. 2022 йылдың сентябрендә мобилизациялана. Махсус хәрби операция зонаһында наводчик вазифаһында хеҙмәт итә. 2024 йылдың 12 октябрендә Луганск Халыҡ Республикаһы территорияһында хәрби бурыстарҙы үтәгәндә батырҙарса һәләк була.

Осрашыу барышында шулай уҡ яҡындары махсус операцияла һәләк булған ғаиләләрҙе борсоған төрлө мәсьәләләр ҡаралды һәм оператив хәл ителде. Атап әйткәндә, яугирҙәрҙең хәтерен мәңгеләштереү, шулай уҡ батырҙар уҡыған дөйөм белем биреү учреждениеларында стендтар ҡуйыу.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғышта юғалтыуҙарһыҙ булмай. Бөгөн беҙ иң шәп ир-егеттәребеҙҙе юғалтабыҙ. Бер ниндәй наградалар ҙа яҡындарыбыҙҙы юғалтыуҙы алмаштыра алмай, әммә илебеҙҙең киләсәге өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткән геройҙарҙың исемдәре киләсәк быуындар хәтерендә мәңгегә ҡалһын өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнергә тейеш.

2024 йылдың июненән Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары хәрби комиссариаты махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә бөтәһе 93 дәүләт наградаһы тапшырҙы.

Гүзәл Салихова.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас