Новости
11 Февраль 2025, 07:05

Бүләктәрҙе - Тимерханға!

"Һаҡлаусы Фәрештә" штабы ирекмәндәре лотереяла отҡан бүләктәрен атаһы МХО-ла батыҙарса һәләк булған бәләкәскә тапшырҙы...

Бүләктәрҙе - Тимерханға!Бүләктәрҙе - Тимерханға!
Бүләктәрҙе - Тимерханға!

Аҙна һайын "Һаҡлаусы Фәрештә" штабы ирекмәндәре халыҡ араһында лотерея үткәрә, ә аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға йүнәлтелә.

Һуңғы уйында еңеүселәр үҙҙәренең бүләктәрен хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугир Нурғәлин Тимур Сөнәғәт улының улы Нурғәлин Тимерханға тапшырырға ҡарар итте.

Тимерхан Таһир ауылында йәшәй, балалар баҡсаһына йөрөй һәм быйыл беренсе класҡа бара. Малайҙы уның олатай-өләсәйҙәре тәрбиәләй. Беҙ Тимерханға атаһы кеүек көслө рухлы булып үҫергә һәм уның тормошондағы бөтә башланғыстарҙың уңышлы булыуын теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас