Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
9 Февраль , 09:55

Ниндәй һауа торошо көтә?

Ҡайһы бер райондарҙа +3 градус көтөлә...

Ниндәй һауа торошо көтә?
Ниндәй һауа торошо көтә?

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала яуым-төшөмһөҙ, урыны менән томан төшәсәк. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ-2, -7 градус, таулы райондарҙа +3 градусҡа тиклем. Дүшәмбе, 10 февралдә, йәнә яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -5, -10 градус, урыны менән -15-кә тиклем, көндөҙ +1, -4. Шишәмбе,

11 февралдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -4, -9, көндөҙ 0, -5 градус.

Ниндәй һауа торошо көтә?
Ниндәй һауа торошо көтә?
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: