Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Февраль 2025, 05:20

Машинаһы тартып алынды

Ике тапҡыр медицина тикшереүен үтеүҙән баш тартҡан була

Ир элек ике тапҡыр иҫерек килеш медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.

2024 йылдың 25 февралендә юл-патруль инспекторы ғәйепләнеүсенең иҫерек килеш идара иткән автомобилен туҡтата.

Ир был юлы ла медицина тикшереүен үтеүҙән баш тарта.  РФ Енәйәт кодексына ярашлы, тикшереү үтеү тураһында законлы талапты үтәмәгән кеше иҫерек хәлдә тип таныла.

Ғәйепләнеүсе ғәйебен таный. Суд, дәлилдәрҙе тикшергәндән һуң, ғәйепте иҫбатланған тип таба һәм 180 сәғәт мотлаҡ эш тәғәйенләй, транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан 2 йылға мәхрүм итә.  BMW 523i автомобиле суд тарафынан тартып алына.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас