Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Февраль 2025, 08:10

Иҫке Сибайҙа шәп сара үтте

Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды

Иҫке Сибайҙа шәп сара үттеИҫке Сибайҙа шәп сара үтте
Иҫке Сибайҙа шәп сара үтте

Бөгөн Иҫке Сибай ауылында Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыу айҡанлы ҙур сара үткәрелде. Саф һауала балалар ат санаһында, бананға атланып йөрөнөләр, уҡтан атырға өйрәнделәр. Ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы йылы сәй, былау һәм башҡорттарҙың төп ризығы бишбармаҡ менән һыйланылар. Ауылыбыҙҙа йылҡы тотҡан егеттәребеҙ ҡатнашлығында ат сабышы, уҡтан атыу ярышы үтте. Башҡорт рухында байрам ойоштороуға ярҙам иткән ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә лә ошондай саралар ҡабатланып торор тип ышанабыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас