Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
8 Февраль , 16:50

Бынв шундай шәп егет ул Санъяр!

Яугир атаһы иҫтәлегенә күргәҙмәләр ҙә эшләй

Бынв шундай шәп егет ул Санъяр!
Бынв шундай шәп егет ул Санъяр!

 Ниғәмәт ауылында  киләсәге сағыу Һәм өмөтлө булырға вәғәҙә иткән шәп егет  — Саньяр Мырҙағәлин йәшәй. Саньярҙың атаһы Әҡсән Зиннур улы Мырҙағәлин ысын герой була. Ул ике локаль һуғышта ҡатнаша-Чечен һәм МХО-ла.  Махсус хәрби операция ваҡытында батырҙарса һәләк була.

Саньяр   спорт ярата,  шулай уҡ уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Атаһы иҫтәлегенә ул  йортонда МХО ҡатнашыусылары биргән ҡорал күргәҙмәһен ойошторған.  Был күргәҙмә менән ул Ниғәмәт ауылы мәктәбендә Һәм Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә булды. Бынан тыш, Саньяр үҙенең синыфташтары менән бергә яугирҙар өсөн окоп шәмдәре эшләй.

Егет «Кем Ул Ватанды һаҡлаусы? " темаһына видеороликтар конкурсында еңеүсе булды. Афарин!

Бынв шундай шәп егет ул Санъяр!
Бынв шундай шәп егет ул Санъяр!
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: