+1 °С
Болотло
Белорет районының Инйәр ауылында халыҡты бүреләр ҡупҡыиҡан. Йыртҡыстар йорт хайуандарына һөжүм итә, бер нисә этте ботарлаған. Шуға бәйле муниципалитет хакимиәте халыҡҡа төндә өйҙән сыҡмауын һәм малды кәртәгә ныҡлап бикләргә ҡушҡан. Район хакимиәтенең агросәнәғәт секторын үҫтереү бүлеге начальнигы Олеся Иҙрисова хәбәр итеүенсә, ауыл биләмәһендә был проблеманы хәл итеү өсөн барыһы эшләнә.
Фото: БР Экология министрлығы