Яңғаҙы ауылында тыуып үҫкән, Сибай ҡалаһында йәшәгән Ғәли Фазылйән улы Тимербулатов үҙ теләге менән МХО- ға китә. Уның ғаиләһе, тормош иптәше Сибайҙа шәфҡәт туташы булып эшләүсе Хәлиҙә Әхмәҙиә ҡыҙы 2024 йылдың ғинуар айынан алып Ғәли кейәүҙән хәбәр ала алмай. Көн һайын тиерлек хәрби комитет юлын талауҙар бер ниндәй ҙә һөҙөмтәләр бирмәй. Бер йылдан һуң, 2025 ғинуар айында Ғәли Фазылйән улының хәрби операцияларҙа һәләк булыуы тураһында хәбәр килә. Яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа Сибайҙа митинг ойошторола, унда Баймаҡ район хакимиәтенән эштәр идарасыһы Баимов Илгиз Хөрмәт улы етәкләгән вәкилдәр ҡатнаша. Мәрхүмде ерләүгә Яңғаҙы ауылында барлыҡ ауылдаштары, туғандары, йыйылды. Бында Тыуған илен һаҡлап һәләк булған яугирыныбыҙға арналған митингыны Ишмөхәмәт ауыл хакимиәте башлығы Илнур Мансур улы алып барҙы. Әйтеп бөтөп булмай торған ҡайғылар баҫты халҡыбыҙҙы, ҡасан ғына бөтөр был гөнаһ шомлоғо ҡан ҡойош?! Сығыш яһаусы Зәйнитдин Тимербулатов, Ғәйшә Тимербулатова, Илгиз Баимов һәм башҡалар был һуғышҡа нәфрәт белдерҙе: күпме улдарыбыҙҙың ғүмерҙәре өҙөлдө? Яугирыбыҙ хөрмәтенә ойошторолған аят Гөлсирә Әҙеһәм ҡыҙы Тимербулатова йортонда уҙғарылды.Имам- хатип Азамат хажи, Әхмәт Раҡаев, Хәлит Теүәлбаевтар мәрхүмгә бағышланған доғаларын, ясин сүрәләрен уҡыны. Ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәт түрҙәрендә булһын батырыбыҙҙың! Барыһын да еренә еткереп ойошторған хакимиәт башлығыбыҙ Илнур Ишмөхәмәтовҡа, Илгиз Баимовҡа, Зәйнитдин Тимербулатов ҡа, Гөлсирә Тимербулатова ғаиләһенә, Яңғаҙы ауылы халҡына Ғәли Фазылйән улы ғаиләһе, туғандары оло рәхмәтле булып ҡала. Тыныс йоҡла, батыр, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Хазина Исҡужина, йәмәғәт хәбәрсеһе.