Махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылау ойоштороуҙа, шулай уҡ яугир егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү эштәрендә һәр ваҡыт әүҙемлек күрһәтә таулыҡайҙар. Шуларҙың береһе булып ғаиләләрҙе утын менән тәьмин итеү тора. Ошо көндәрҙә был эштәр йәнә старт алды, Сәлихов Әхсән Хәсән улының командаһы, улдары Азамат һәм Тимербулат, егеттәрҙең ғаиләләрен утын менән тәьмин итеү буйынса эштәр башлап ебәрҙе. Әйткәндәй, беҙҙең ауыл биләмәһендә был эштәр өсөнсө йыл рәттән башҡарылып килә. "Яугир егеттәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү беҙҙең бурыс, документтар әҙер булыуға ҡарап артабанда был эштәр дауам итәсәк",-тип билдәләне ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы Уразбаев.
Ҡылған эштәребеҙ изге булып,ил-йортобоҙҙа тыныслыҡ урынлашып, егеттәребеҙҙең яуҙан имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйек.