– Беҙҙең ирекмәндәр төркөмө дөйөм алғанда егермегә яҡын гуманитар ылау оҙатты, – тине уның етәксеһе Хәҙисә Райманова. – Ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә сәк-сәк, сөсө икмәк, бауырһаҡ бешерәбеҙ, бишбармаҡ ҡырҡабыҙ. Шулай уҡ йылы ойоҡбаштар, өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләйбеҙ. Ҡыҫҡаһы, был тәңгәлдә эш туҡтағаны юҡ. Әүҙем ирекмәндәремә рәхмәт белдерәм. Берҙәм көс менән еңеүҙе яҡынайтайыҡ. Ысынлап та, “Һаҡмар” ирекмәндәр төркөмөндәге ҡатын-ҡыҙҙар Гөлсинә Солтангәрәева, Зифа Иҫәнова, Ғәлимә Килдеғошева, Венера Барлыбаева, Сөмбөлә Байсыуаҡова, Фәйрүзә Ярҡынбаева, Рәсимә Йомашева, Фәрхәнә Иҫәндәүләтова, Ғәшүрә Түвәнәйева, Әлмира Сәйғәфәрова, Гөлсөм Әүбәкирова, Рима Шахмөхәмәтова, Рима Әйүпова, Нәйлә Йәнбирҙина, Зөлфиә Тимербулатова, Элиза Юнысбаевалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими ярҙам күрһәтә. Ә был көндө “Һаҡмар” ирекмәндәре яугирҙәргә сираттағы гуманитар ярҙамды тупланы. Фәриға Иҫәндәүләтова яугирҙәрҙе бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап йөрөһөн, тигән изге теләктә әҙерләгән бетеүҙәргә доға ҡылып, аят бағышланы.
– Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итергә бурыслыбыҙ, – тине иң әүҙем ирекмәндәрҙең береһе Зифа Иҫәнова. – Улар беҙҙең посылкаларҙы алып өйһәм күңел йылыһын тойоп шатланһын. Яугирҙәр үҙҙәренең артынданыҡлы тыл торғанын һәр ваҡыт тойорға тейеш. Уларҙың хәлен аҙға ғына еңеләйтергә өлгәшһәк тә, беҙ шундай ҙур ҡыуаныс кисерәбеҙ.
Бөгөн Йомаш ауыл биләмәһенән егермегә яҡын ир-уҙаман махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике яугир батырҙарса һәләк булған. Уҙған йомала “Һаҡмар” ирекмәндәр төркөмө махсус хәрби операция биләмәһендә йөрөгән ауылдаштарының иҫәнлеген теләп, илебеҙҙең именлеге өсөн ҡорбан булған батырҙарҙың яҡты рухтарына бағышлап ҡорбан салдырҙы. Урындағы мәсеттә ҡорбан ашы ашатып, доға ҡылдылар.
ЛилиәТАКАЕВА.