Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары эшкә урынлашҡанда шәхси ярҙамға иҫәп тота ала.
Бының өсөн йәшәгән урын буйынса мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Кәрәкле документтар:
- МХО-ла ҡатнашыусы статусын раҫлаусы документ. Әгәр документ ҡулда булмаһа, мәшғүллек үҙәге Рәсәй Оборона министрлығына мөрәжәғәт итәсәк;
- балалар өсөн – тыуыу тураһында таныҡлыҡ күсермәләре;
- ҡатыны (ире) өсөн – никах теркәү тураһындағы таныҡлыҡтың күсермәһе.
Белгестәр мөрәжәғәт итеүсе өсөн кәрәкле хеҙмәттәр һәм ярҙам саралары һайлай: һөнәри йүнәлеш биреү, һөнәри белем биреү, психологик ярҙам, хеҙмәт баҙарында социаль адаптация һ. б.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың юғары уҡыу йортонда йәки колледжда уҡыуын тамамлаған балалары шулай уҡ предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа стажировка үтә ала. Бының өсөн дә мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.