Сара “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеүҙән башланды. Район хакимиәтенең юридик бүлеге мөдире Зөлфиә Бүләкова, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Баймаҡ филиалы координаторҙары Альбина Шәғәҙәтова, Гөлназ Заманова, мәшғүллек үҙәге белгесе Светлана Мөсәләмова яугирҙәрҙең һәм уларҙың ғаиләләренә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе, хоҡуҡтары менән таныштырҙы. Күп һорауҙар социаль түләүҙәргә, ташламаларға бәйле булды. Рәсәй һәм республика кимәлендә ҡабул ителгән закондарға асыҡлыҡ индерелде. Шулай уҡ шәхси һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә булды.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған яугирҙәргә бирелгән түләүҙәргә бәйле һорауҙар килеп тыуа, – тине Зөлфиә Батыр ҡыҙы. – Мәҫәлән, атай кеше ҡатынын алты йәшлек улы менән ташлап сығып киткән. Балаһын тәрбиәләүҙә, аяҡҡа баҫтырыуҙа бер генә лә ярҙам күрһәтмәгән. 22 йәшлек улы МХО-ла һәләк булғас, ул пособиеға дәғүә белдерҙе. Әлеге ваҡытта уны был түләүҙән мәхрүм иттереү буйынса судҡа документтар әҙерләйбеҙ. Ошондай йәки хоҡуҡтарға бәйле башҡа төрлө һорауҙар килеп тыуһа, мотлаҡ беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ. Бөгөн яугирҙәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү буйынса махсус программалар эшләй. Шуларҙың береһе – өйҙәрҙе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыу. Уның сиктәрендә яугиргә йәки уның ғаиләһенә 100 мең һумлыҡ сертификат бирелә. Әлеге ваҡытта субсидиялау буйынса ла программа эшләй башланы һәм уның шарттарына ярашлы сертификат юллау күпкә еңелерәк.
Балалар баҡсаһына яугирҙәрҙең балалары сиратһыҙ ҡабул ителә һәм түләүҙән азат ителә. Мәктәптәрҙә ике тапҡыр бушлай туҡландырыу ҡаралған. Яугиргә бер тапҡыр санаторий һәм курорттарҙа бушлай дауаланыу мөмкинлеге бирелә. Ләкин мобилизацияланған һәм Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән яугирҙәргә күрһәтелгән льготаларҙа ла айырмалыҡтар бар. Мәҫәлән, балалар пособиеһы юллағанда тәүгеләренең килеме иҫәпләнмәй, ә икенселәренеке ҡушыла. Һанап кителгәндәрҙән тыш, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә тағы ла бик күп ташламалар һәм мөмкинлектәр ҡаралған. Улар буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте “Ватанды һаҡлаусылар” фондында танышырға мөмкин.
– Әгәр ҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән бәйләнеш өҙөлә икән, мотлаҡ беҙгә килергә кәрәк, – тип белдерҙе Альбина Рафаил ҡыҙы. – Тейешле документтар тултырабыҙ, кәрәкле урындарға мөрәжәғәттәр ебәрәбеҙ. Шулай уҡ беҙҙә бушлай ДНК тапшырырға мөмкин. Сараның икенсе өлөшөндә Иш- бирҙе, Йылым, Бөрйәнйылға ауылдары халҡы патриотик рухта һуғарылған матур сығыштары менән һөйөндөрҙө. Бының өсөн мәҙәни ойоштороусы Зәбирә Халиҡова, китапханасы Гөлфиә Тләүсина, урындағы ҡоролтай рәйесе Сәлим Иҫәндәүләтов күп көс һалған. Камила Хәйризаманова, Лилиә Ишбаева, Йәмил Хәсәнов, шулай уҡ Ишбирҙе, Йылым, Бөрйәнйылға ауылдарының вокал ансамблдәре башҡарыуында йырҙар яңғыраны, бейеүҙәре дәрт өҫтәне. Мәрйәм Бикҡолованың Рафаэль Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғырын яттан һөйләүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ләкин шиғырҙа яҙылғанса, яугирҙәребеҙ төштә түгел, ә өндә ҡайтып: “Һаумыһығыҙ, яҡташтар!” – тип өндәшһен!
Лилиә ТАКАЕВА.