+21 °С
Болотло
Сибайҙа төнгө янғында оло йәштәге пар һәләк булған. БР буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бүрәнә йорт янып киткән. Ут менән көрәшселәр килеп еткәндә, бина 60 квадрат метр майҙанда янған була. Янғынды һүндереү барышында 76 йәшлек ирҙең һәм 74 йәшлек ҡатындың кәүҙәләре табыла.
"Янғындың сәбәбе асыҡлана. Урынға Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығының оператив төркөмө, эксперттар һәм дознавателдәр сыҡты. Шулай уҡ урында тәфтиш комитеты һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре эшләй», — тип хәбәр иттеләр БР буйынса ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.