Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк үҙ ишектәрен асты!
3 мең квадрат метрҙан ашыу бинаны төҙөү өсөн 200 миллион һумдан күберәк аҡса тотонолған. Радий Фәрит улы үҙ эшен башлаған объектты ҡарап сыҡты.
Беренсе ҡатта эстрада менән тамаша залы, күргәҙмә зонаһы менән фойе, хеҙмәткәрҙәр бүлмәһе, балалар өсөн уйын бүлмәһе, етәкселек кабинеты, китапханалар (ололар һәм балалар бүлеге), компьютер студияһы, костюмдар бүлмәһе урынлашҡан. Икенсе ҡатта тренажер залы, кейем алмаштырыу бүлмәләре, балалар сәнғәт мәктәбе эшләйәсәк.
Республика Башлығы үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, улар Радий Хәбировҡа күптән көтөлгән бүләк өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Бында балалар өсөн бөтә шарттар ҙа бар, улар беҙҙең түңәрәктәргә ҙур теләк менән йөрөй, өлкәндәр ҙә шөғөлләнергә килә. Күптән көтөлгән бүләгебеҙҙең шундай иҫ киткес матур ҙа, уңайлы ла булыуына ҙур рәхмәт Һеҙгә, -тине Резеда Ғүмәрова.
- Минеңсә, ҙур, күркәм мәҙәниәт йорто ҡалҡып сыҡты. Балаларға художестволы үҙешмәкәрлек, сәнғәт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр бар. Тамаша залы ла ҙур, мәҙәниәт министры беҙҙең театрҙар һәм филармония артистары концерттар, спектаклдәр менән гастролгә килер тип вәғәҙәләне. Бында тормош ҡайнап торорға тейеш. Урғаҙала һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк әле. Баймаҡ районында егәрле халыҡ йәшәй, беҙ районға үҫешергә ярҙам итербеҙ, – тип һөйөндөрҙө Радий Хәбиров.
- Урғаҙа ауылы ҙур, өс меңгә яҡын кеше йәшәй. Шуға күрә, ошондай мәҙәни усаҡ өсөн республика Башлығы Радий Фәрит улына, Хөкүмәткә ҙур рәхмәт. Ленин орденлы “Йылайыр” совхозы бөткәндән һуң тормош туҡтап ҡалғандай булғайны. Радий Хәбиров килгәс был хәл ыңғайға үҙгәрҙе. Уның беҙҙең тарафтарға беренсе килеүе түгел. Әле бына тағы беҙ күтәргән социаль мәсьәләләрҙе, айырыуса һыу мәсьәләһе иғтибарҙа булыуын әйтте. Халыҡтың проблемалары күҙ уңынан ысҡындырылмаһа, хәл ителһә, халыҡ та дәртләнеп йәшәй бит ул. Йәштәр ҙә ситкә китмәҫ, -тине әүҙем йәмәғәтсе Фәридә Исмәғилева.