Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Февраль 2025, 13:05

Урғаҙала яңы дауахана эшләй

Республика Башлығы кабинеттарҙы ҡарап сыҡты, табиптар һәм пациенттар менән аралашты...

Урғаҙала яңы дауахана эшләйУрғаҙала яңы дауахана эшләй
Урғаҙала яңы дауахана эшләй

Радий Хәбиров Урғаҙа ауылында “Республикала һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу”  программаһы буйынса төҙөлгән яңы модулле участка дауаханаһында ла булды.

Был медицина учреждениеһы 2024 йылда эш башланы. Урғаҙа участка дауаханаһы 10 ауылды ҡарай. Уларҙа 3 меңдән ашыу кеше йәшәй.

Бинала ике терапия участкаһы һәм бер педиатрия участкаһы бар. Дауаханала процедура, прививка яһау, физиотерапия, акушерлыҡ кабинеттары эшләй. Шулай уҡ бында халыҡ алты урынлыҡ тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙа һәм алты урынлыҡ терапия профилендәге көндөҙгө стационарҙа дауалана ала.

Республика Башлығы кабинеттарҙы ҡарап сыҡты, табиптар һәм пациенттар менән аралашты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ауыл медицинаһын яңыртыу – республикала комплекслы хәл ителеп килгән төп бурыстарҙың береһе.

Мәғәмүрә Исхаҡова, хаҡлы ялда:

- Радий улыбыҙға рәхмәт. Беҙгә – ололарға яҡты, йылы дауахана, һәйбәт табиптар булһа – үҙе шатлыҡ. Был йәһәттән беҙҙе яңы дауахана ҡыуандыра ғына. Әлбиттә, бар проблемаларҙы бер көндө хәл итеп булмайҙыр, шулай ҙа беҙҙең Урғаҙа ауылына иғтибар көсәйеүенә рәхмәтлебеҙ. Йорт-ил тыныс булһын, донъялар именләнеп китһен.

-

 

Урғаҙала яңы дауахана эшләй
Урғаҙала яңы дауахана эшләй
Урғаҙала яңы дауахана эшләй
Урғаҙала яңы дауахана эшләй
Урғаҙала яңы дауахана эшләй
Урғаҙала яңы дауахана эшләй
Урғаҙала яңы дауахана эшләй
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас