+21 °С
Болотло
"Беҙ бергә» район ирекмәндәре Таулыҡайҙа булып, улар менән бергә яугирҙәргә гуманитар ярҙам әҙерләне. Уңған ҡатын-ҡыҙҙарға толстовкалар тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Ауылдың уңған ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙары бергәләп яугирҙәргә толстовка һәм айырмалы повязка тектек, йылы ойоҡбаштар бәйләнек, һалма йәйеп бишбармаҡ ҡырҡтыҡ, сәк-сәк бешерҙек. Эй, уңған да һуң улар! Иҫ китмәле! Афарин!